RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Селтәрең матур, кем теккән?

13.07.2018 Селтәрең матур, кем теккән?

Селтәрең матур, кем теккән?
«Игеҙәктәр – биҙәктәр!» – был ихлас күңелле, эскерһеҙ ҡыҙҙар­ҙы күргәс тә башҡа килгән иң беренсе уй ошо булды. Көләс йөҙҙәр, осҡор күҙҙәр иғтибарҙы әллә ҡайҙан яулап тора, ҡыҙҙарҙың үтә алсаҡлығын иҫәпкә алғанда, күңел үҙенән-үҙе уларға тартыла.
Игеҙәктәр менән «ситтән тороп» күптән таныш инем. Сөнки Баймаҡ районының Ярат ауылынан Алина һәм Алита Хисмәтуллиналар бала саҡтан матбуғат ҡаҙанында ҡайнап үҫте, мәктәп йылдарында «Йән­шишмә», «Аманат»тың йәш хәбәрселәре булды. Тел, тарих, мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһынған маҡсатлы ҡыҙҙар юғары уҡыу йортонда ла төрлө йәмәғәт эшендә, ғилми-ғәмәли конференцияла, конкурста әүҙем ҡатнаша, исемле стипендияларға лайыҡ була. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ - ны ҡыҙыл дипломға тамамлағас, тырыш ҡыҙҙарҙы университетта эшкә ҡалдыралар. Белемдәрен артабан камиллаштырыу маҡсатында улар аспирантураға уҡырға инә. Конферен­цияларҙа сығыш яһау, ғилми йыйынтыҡтарҙа мәҡәләләр баҫтырыу менән бер рәттән, төрлө проект менән дә шөғөлләнәләр. Бөгөн улар икеһе лә филология фәндәре кандидаттары. Ә Алита йәш ғалимдарҙың ғилми эштәре конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Башҡор­тостан Республи­каһы Башлығы грантына ла эйә булған.
Тел ғилеме буйынса ғына түгел, ғөмүмән, Алина Хәлилова менән Алита Лоҡманова – гүзәлеккә, камиллыҡҡа ынтылған шәхестәр. Улар һуңғы ярты йылда һаҡал һәм селтәр яһау оҫталары булып танылды. Бөгөн башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында көндән-көн популярлашҡан биҙә­үес­те игеҙәктәр сынъяһау итеп тегеп ҡуя. Ҡул эшенә ҡыҙыҡһыныу әсәйебеҙҙән күскән, ти улар. Баҡһаң, Гөлдәр Әбделхәй ҡыҙы Хисмәтуллина ғүмере буйы ҡыҙҙар­ҙы хеҙмәт дәресенән уҡыта, ҡул эштәре түңәрәктәрен алып бара. Әсәнән күргән – тун бескән. Ҡыҙҙарҙың тирә- яғын ҡул эштәре менән йәмләү ҡанына һеңгән.
Игеҙәктәр селтәр тегеүҙә бер-береһен төрлө идея менән тулыландырып тора. Бөгөн улар икеһенә бергә йөҙләгән һаҡал-селтәр тегеп, гүзәл затты ҡыуандырған. Эштәрҙе тик интернет аша заказ буйынса ҡабул итеп тегәләр. Берен­сенән, алдан өлгө тегеп әҙерләп ҡуйырға буш ваҡыт ҡалмай, икенсенән, беҙҙең өсөн был шөғөл аҡса сығанағы түгел, ә күңел талабы, ти Алина һәм Алита. Әйткәндәй, ҡыҙҙар был эшкә декрет ялдарында тотонған. «Ялда ултырып, күңелгә ниҙер етмәгән кеүек тойола башланы. Шул саҡ ирем ҡатын-ҡыҙҙар өсөн биҙәүестәр тегеү менән шөғөлләнергә тәҡдим итте. Тәүге һөҙөмтәнән үк оло ҡәнәғәтлек алдым, үҙемдең артымдан Алинаны ла әйҙәнем», – тип һөйләй Алита.
Бөгөнгө селтәр һатыу менән шөғөлләнгән ҡайһы бер оҫта­лар­ҙың өлгөләре бер тәртипкә һалын­ған, йәғни бер үк шаблон буйынса тегелгән. Ә Алина менән Алитаның, киреһенсә, ҡабатланған эштәре юҡ тиерлек. Ҡыҙҙар ниндәйҙер өлгөнө ҡабатлауҙан баш тарта, әгәр ҙә заказсы үтенеп һорай икән, төҫтәрен алмаштырып булһа ла үҙгәртергә тырышалар. Әйтер­һең, һаҡал-селтәрҙәренән нур һибелеп тора, һоҡланыулы ҡарашты айырып булмай!
Алина менән Алита селтәр тураһында сәғәттәр буйы бик күпте һөйләй ала, уның тарихын да яҡшы өйрәнгән. Ниндәйҙер сихри көскә эйә булған милли биҙәүесте яһауға игеҙәктәр үтә етди ҡарай. Бөгөн гәзит уҡыусыларыбыҙға улар­ҙан оҫталыҡ дәресе тәҡдим итәбеҙ.

Селтәрең матур, кем теккән?







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай