«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ҡоштар һайрауы донъяға йәм, тәнгә сихәт өҫтәй



28.03.2014 Ҡоштар һайрауы донъяға йәм, тәнгә сихәт өҫтәй

Ҡоштар һайрауы донъяға йәм, тәнгә сихәт өҫтәйЯҙ етте, йылы яҡтан донъя йәме – ҡоштар ҡайтыр мәл килде. Тиҙҙән тирә-яҡ ҡоштарҙың моңло тауыштарына күмелер. Кемдәр генә уларҙың һайрауына һоҡланмағандыр? Үҙе бер мөғжизә бит ул – тәбиғәт йырсылары. Ниндәй генә тауыштар сығарып һайрамай­ҙар. Уларҙың йыры, ысынлап та, мөғжизәле көскә эйә икән – биология фәндәре докторы, орнитолог Валерий Ильичев бар ғүмерен ҡоштарҙы өйрәнеүгә бағышлаған һәм улар­ҙың һайрауы дауалау көсөнә лә эйә булыуын асыҡлаған.
Ни өсөн ҡош һайрауы сәләмәтлек өсөн фай­ҙалы икән? Ға­лимдар фекеренсә, кеше ҡоштар сығарған тауыш менән генетик яҡтан бәйле һәм шуға күрә был тәбиғәт көйө уларға оҡшай. Икенсенән, был көйҙәргә эйәреп, бөтә организм да үҙ көйөнә эшләй башлай, тип аңлата улар. Өҫтәүенә, һәр органдың үҙ көйө бар икән. Әйтәйек, һандуғастың өҙөлөп-өҙөлөп һайрауы күңелде күтәрә, ышанысты көсәйтә һәм әүҙем эшмәкәрлеккә дәртләндерә, депрессия­нан дауалай, невроздарҙы, баш ауыртыуын баҫа, барлыҡ органдарҙың эшмәкәрлеген әүҙемләштерә. Көйәҙ турғайының һайрауы ла кешегә шулай уҡ йоғонто яһай.
Өй сиңерткәһе бер үк нотаны ҡабатлаған кеүек. был да нервы системаһын тынысландыра, ҡан баҫымын төшөрә, йөрәк тибешен кәметә. Әгәр ҙә һеҙҙең күңелегеҙ тынысһыҙ, ҡан баҫымығыҙ юғары, йөрәгегеҙ дөпөлдәй икән, кистәрен эргәләге урманға барҡылдаҡтарҙы тыңларға барығыҙ. Ҡара барҡылдаҡтың тыныс, талғын йырҙары хроник гипертонияны ла дауалай.
Йөрәк аритмияһын өй турғайы, ҡыҙылтүш, һоло турғайының бер төрлө ритмдағы йырҙары баҫыуы мөмкин. Көйәҙ турғай менән һары турғайҙың сағыу, дәртле йырҙары ла неврозды, психик ауырыуҙарҙы дауалай, организмдың эшмәкәрлеген әүҙемләштерә. Ҡурай еләге турғайы сығарған тауыш вибрацияһы баш ауыртыуын баҫа, йөрәк ауыртыуын, аяҡ-ҡул һыҙлауын бөтөрә. Киске йырҙары иһә йоҡоға яҡшы тәьҫир итә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға