«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Дауахана өрөктәре



26.07.2013 Дауахана өрөктәре

Дауахана өрөктәреМин, тағы ла серле хәлдәр темаһын дауам итеп, был юлы әхирәтем менән булған сәйер, хикмәтле ваҡиғалар­ҙы бәйән итмәксе булдым һеҙгә. Ул, Башҡор­тос­тандағы райондың бер ауылына килен булып төшкәс, дауаханаға эшкә инеп, артабанғы тормошон уның менән бәйләне. Ләкин бер-беребеҙҙе ташламаныҡ, һи­рәкләп булһа ла уның – Өфөгә, йә минең уларға юл төшә. Һуңғы килгәнендә әхирәтем үҙе һәм бергә эшләгән коллегалары менән булған сәйер хәл тураһында һөйләп, аптыратып китте. Аптыратыу ғына тиһегеҙме…
… Кәримәгә (дуҫымдың исеме), фельдшер булараҡ, ауыл дауаханаһында төнгө дежурға ла ҡалырға тура килә. Был ағастан һалынған, ҡуйы ағастар араһында ергә һеңеп тиерлек ултырған бер генә ҡатлы иҫке дауахананы күргәнем бар ине. Үҙ ғүмерендә ул, әлбиттә, нимәләр генә кисермәгән, стеналары эсендә нимәләр генә күрмәгәндер. Бында төрлө ауырыуҙарҙы килтергәндәр, үлем осраҡтары ла йыш булған, тип һөйләне әхирәтем.
Әйтергә кәрәк, беренсе йыл­дар­ҙа ул хеҙмәттәштәренең төнгө дежур ваҡытында тын шомлоҡта кабинет ишектәренең үҙенән-үҙе асылып-ябылыуы, кемдеңдер аяҡ тауышын ишетеүҙәре тураһында һөйләгәндәренә шикләнеп ҡара­ған. Үҙе күрмәгәс, кеше һүҙенә генә ышанмаған. Бигерәк тә Асия исемлеһенең һөйләгәндәре көлкө тойғоһо уятҡан, сөнки ул ҡатын йыш ҡына «ҡырын тейәргә» ярат­ҡан, дежурға ла күберәк «сирләп» килер булған…
Бер ваҡыт ҡобараһы осҡан Асия сираттағы дежурынан һуң Кәри­мәгә инеп, үҙенең төнгө мажараларын һөйләй башлаған:
– Уй, Кәримә апай, төндә, әҙ генә серем итеп алайым тип, ятып торғайным, кемдер аяғымдан һөйрәгәнгә уянып киттем! Карауаттың башына сытырманлап йәбешеп, саҡ-саҡ тороп ҡалдым.
Кәримә, әлбиттә, уның һүҙенә бигүк әһәмиәт бирмәгән. «Ә-ә-ә», – тигән дә ҡуйған, көлөп.
… Дауаханала фельдшер төнгөлөккә үҙе генә ҡалмай, әлбиттә. «Тиҙ ярҙам» машинаһы шоферы ла эше буйынса һәр ваҡыт эргәлә йөрөргә тейеш. Ләкин, бер-береһен алмаштырып, өйҙәренә ҡайтып килергә лә форсат бар. Сөнки ауылда төрлө ваҡыт була, мал-тыуарҙы ҡарап килергә, балаларға күҙ һалырға кәрәк. Китһәләр лә оҙаҡҡа китмәгәндәр – сөнки эш етди, яуаплы. Кешеләрҙең һаулығы һағында тороусылар бит инде.
Ҡыштың һалҡын бер төнөндә Кәримәгә бер әбейҙең туғандары шылтырата. Ул тиҙ генә барып, ауырыуға беренсе ярҙам күрһәтә һәм уны иртәнгә тиклем, табип килгәнсе ваҡытлыса дауаханаға алып килергә ҡарар итә. Әбейҙе палатаға индереп һала ла, үҙе кабинетына инеп ултыра. Ҡышҡы төн оҙон, иртәнгә табан күҙҙәре йомола башлағас, кушеткаға ятып, әҙерәк серем итеп алырға була. Уның һүҙҙәре буйынса, йоҡлап та китергә өлгөрмәгән, коридорҙан аяҡ тауыштары ишетелә. Ауырыу менән үҙенән башҡа бер кем дә булмағанға күрә, етмәһә, теге күренмәгән кеше нәҡ Кәримәнең кабинеты ишеге төбөндә туҡтап ҡалғас, әлбиттә, ул, әбей килде, тип уйлай. Таң атҡанын көтһә булмаймы икән ни, тип әҙерәк эсенән һуҡранып та ала.
«Әбей» һаҡ ҡына кабинетҡа инә лә, шым ғына Кәримәнең аяҡ осона килеп ултыра. Артабан тынлыҡ урынлаша. Өндәшмәгәненә аптыраһа ла, Кәримә ята бирә. Тынлыҡ оҙаҡҡа һуҙылғас, инде күҙҙәрен асам тип уйлауы була, башына кемдер килтереп тә тондора. Ҡурҡып, күҙҙәрен шар асып ебәрһә – ҡаршыһында ҡарашы туп-тура үҙенә төбәлгән бер ир ултырғанын күрә. Бер нисә секунд­ҡа ғына һуҙыла был күренеш. Ләкин Кәримә был осра­шыу­ҙы бер генә лә онота алмай. Ул өрәктең ҡиәфәтен дә иҫендә ҡалдыра: ябай ҡышҡы ирҙәр бүреге кейгән олораҡ йәштәге кеше, ләкин… йөҙ урынында бушлыҡ ине, ти. Иң ҡурҡынысы ана шул ике күҙ урынындағы бушлыҡтың ҡарашы булды, тине ул… Күренеш кинолағы кеүек иреп юҡҡа сыға.
Ошо хәлдән һуң әхирәтем дауаханала бер үҙе ҡалмай – иптәше менән йөрөй башлаған.
Аҙағыраҡ Кәримә ныҡ итеп сирләп китә. Башы ауыртып йонсой, иң тәүҙә район дауаханаһында бер ай ятып сыға, тағы ла бер ай өйҙә дауалана. Ләкин бер сара ла ярҙам итмәй, еңеллек килтермәй. Көҙ көнө уға Өфөләге бер санаторийға юллама бирәләр. Шунан һуң ғына уның хәле яйлап яҡшыра башлай. Әлбиттә, мәсеткә лә йөрөй башлай, төрлө доғалар уҡырға өйрәнә.
Бына шул. Бәлки, уның сирләп китеүенең дауаханалағы сәйер хәл менән бәйләнеше лә юҡтыр, ә бәлки, барҙыр.
Хәҙер инде Өфөгә килгән һайын әхирәтемдән дауахана тураһында һорашмайынса ҡалмайым, тағы ла берәй серле хәл булманымы, тип ҡыҙыҡһынам. Кеше ниндәй­ҙер мөғжизә көтмәйенсә йәшәй алмай, ни эшләйһең. Шуға күрә ошондай аңлашылмаған, ғәжәйеп хәлдәр бигерәк тә иғтибарҙы йәлеп итә лә инде.
Күп тә үтмәй, Кәримә дауахана бинаһына бәйле тағы ла бер хәл булыуы тураһында шылтыратып һөйләне.
Шулай уҡ төнгөлөккә дежурға ҡалған бер ҡатындың кемдер (нимәлер) аяҡтарына ҡағылған. Ул да хәҙер аяҡтары һыҙлап йонсой икән… Ен һуҡты, тигәндәре шул буламы әллә?

Кәримә күптән түгел генә тағы ла Өфөгә килде. Был юлы ул теге иҫке дауахананы һүтеүҙәре һәм уның урынына яңы бина төҙөй башлауҙары тураһында хәбәр итте.
Бындай сәйер хәлдәр көлкө лә, мажара ла түгел, әлбиттә. Киреһенсә, был фани донъяла әле беҙ белмәгән, кемдәрҙер асырға тырышып та аса алмаған, төрлө хәүефкә, сиргә, хатта үлемгә тарыт­ҡан билдәһеҙ нәмәләрҙең әленән-әле осрап тороуы күңелдә шом уятып, йыш ҡына хафаға һала. Шуға күрә лә серҙәре ете йоҙаҡ менән бикләнгәндәй, бер кем дә әле уларҙың ҡайҙан барлыҡҡа килеүенең сәбәптәренә аныҡ ҡына яуап бирмәгән осорҙа был өлкәгә ҡағылышлы хәлдәргә ҡыҙыҡһыныу кәмемәүе һис тә ғәжәп түгел.
Төрлө өй, урман эйәләре була, тиҙәр. Өй эйәләре хужалары яңы өйгә күскән хәлдә артынан эйәреп бара икән, тигәнде ишеткән бар. Әхирәтемдең, яңы бина төҙөйҙәр, тигән хәбәренән һуң минең башҡа ла ҡапыл: «Иҫке дауахананы һүткәс, ундағы күҙгә күренмәҫ йән эйәләре ҡайҙа була икән?» – тигән уй килде…

Миңзилә ХӘКИМОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға