«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Күҙ күгәргәндә



22.02.2013 Күҙ күгәргәндә

Әхирәтемдең, иренең “ярҙамы” менән, күҙ төбөндә ҡап-ҡара “фонарь” барлыҡҡа килде. Тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Мин уны йылы һүҙ менән йыуатҡас, дауалай башланым. Иң алда фикус гөлө япрағын ит турағыс аша үткәрҙем. Алынған һутҡа бер ҡалаҡ бал һәм арыш оно ҡушып, бәләкәй генә күмәстәр әүәләнем. Ана шуны күк урынына бәйләргә ҡуштым, дүрт сәғәт һайын яңыһын ҡуйырға кәрәк. Әхирәтем тағы ла көндөҙ ун минут самаһы фикус һутында сылатылған мамыҡ менән компресс эшләне. Өсөнсө көнгә күк йәшәр­ҙе, бишенсеһенә – һарғайҙы, ә алтынсы көнгә ул кеше араһына сыға башланы.

Р. АЗАМАТОВА.
Салауат ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға