«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Дөрөҫ ғәҙәт – һаулыҡ асҡысы



22.02.2013 Дөрөҫ ғәҙәт – һаулыҡ асҡысы

Дөрөҫ ғәҙәт – һаулыҡ асҡысы
ҡыҙҙар тәбиғәттән һылыу була, әммә йылдар үткән һайын матурлыҡ тоноҡлана. Өлкәнәйгәс тә йәшлек матурлығын һаҡларға теләһәгеҙ, яҡшы ғәҙәттәрҙе үҙ итегеҙ. Һәр ваҡыт туйғансы йоҡлағыҙ. Нәҡ шул ваҡытта организм көс туплай. Табиптар кәмендә һигеҙ сәғәт ял итергә кәңәш итә.
Күберәк һыу эсегеҙ! Һыу бөтә матдәләр алмашыныуында ҡатнаша. Әгәр ҙә организмға шыйыҡса етмәһә, метаболизм продукттары һәм токсиндар тотҡарлана, ә был шундуҡ тирелә сағылыш таба.
Көнөгөҙҙө гимнастиканан башлағыҙ. Түшәктә ятҡан килеш кирелеп-һуҙылғандан һуң “велосипед” эшләгеҙ, шунан 20 минут самаһы саф һауала тәнегеҙҙе яҙҙырығыҙ.
Нисек кенә ҡабаланһағыҙ ҙа иртәнге ашты ашамай китмәгеҙ. Ул һеҙгә энергия һәм көс бирер. Һимерәм, тип ҡурҡмағыҙ, иртән ашаған ризыҡ тулыһынса эшкәртелә.
Тирегеҙҙе яҡшылап тәрбиәләгеҙ. Иртәле-кисле битегеҙҙе йыуығыҙ, бер ҡасан да һабын ҡулланмағыҙ, ул бит тиреһен ҡорота. Үҙегеҙгә тура килгән косметик әйберҙәрҙе һайлағыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға