«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Киләсәк – йәштәр ҡулында



05.02.2013 Киләсәк – йәштәр ҡулында

Киләсәк – йәштәр ҡулында
Һәр яҡлап та һәләтле егет
− Медицина өлкәһендә эшләү, кешеләргә ярҙам итеү – күптәнге хыялым. ҡулыма диплом алғас, мотлаҡ ауылға ҡайтып, халыҡты дауалау менән шөғөлләнәсәкмен, − ти Салауат медицина колледжының 1-се курсында белем алыусы Дамир Ирғәлин.
Дамир – Федоровка районы егете. Бәләкәйҙән йырға оҫта, көрәш менән мауыға. Ул республика ярыштарында, һабан­туйҙар­ҙа күп тапҡыр тәүге урындар­ҙы яулаған. Колледжда уҡый башлағас та әүҙемлеген күрһәтергә өлгөргән. Өфөлә “Студент осрашыуы” республика фестивалендә Салауат медицина колледжының вокаль ансамбле беренсе урын алған. Яңғыҙ башҡарыусылар араһында егет өсөнсө урынға лайыҡ була. Шулай уҡ колледжда үткән йырсылар фестивалендә инглиз телендә йырлап, күптәрҙе ғәжәпкә ҡалдырған ул, айырыуса ҡыҙҙарҙың һушын алған. Һөҙөмтәлә беренсе урынға сыҡҡан. ҡалалағы уҡыу йорттары студенттары араһында үткән әҙәбиәт һөйөүселәр конкурсында шиғыр һөйләп тә еңеүсе булған. Бер һүҙ менән әйткәндә, шәп егет ул Дамир.
Һәр яҡлап та һәләтле егетте колледждағы уҡытыусылар һәм студенттар ҙа үҙ иткән. Дамирҙың тағы ла бер яҡты хыялы бар: ун айлыҡ ҡына һеңлеһенең тиҙерәк үҫкәнен күреү, уға һәр яҡлап ярҙам итеү.

Гөлнора Йәмилева.
Салауат ҡалаһы.
Автор фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға