«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Бөйөр ауыртҡанда ярҙам итер



11.01.2013 Бөйөр ауыртҡанда ярҙам итер

Бөйөр ауыртҡанда ярҙам итер
Киҫкен пиелонефрит (бөйөр ауырыуы) ваҡытында күберәк петрушка, кишер, сөгөлдөр ашағыҙ, емеш-еләк һуты, компоттан өҙөлмәгеҙ. Әсе, ҡыҙҙырылған, майлы ризыҡтан баш тартығыҙ.
Сир киҫкенләшкән мәлдә ошондай төнәтмәне эсегеҙ. ҡайын япрағын, эт еләген (талҡан емеше), етен, ҡурйын үләндәре тамырын тигеҙ өлөштәрҙә алығыҙ. Ошо йыйылманың 10 грамына 300 мл ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Шунан һауытты ҡалын таҫтамал менән урағыҙ һәм ике сәғәткә йылы урынға ҡуйып тороғоҙ. Артабан уны һөҙөгөҙ һәм йылы килеш яртышар стаканлап ашарҙан бер сәғәт алда көнөнә өс тапҡыр эсегеҙ.

Айһылыу З.
Бөрйән районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға