«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Мастопатия йонсотһа...



11.01.2013 Мастопатия йонсотһа...

Бик оҙаҡ мастопатиянан яфаландым. Килендәшем был сирҙән бик шәп дауа өйрәтте. Һөҙөмтәлә бер аҙна тигәндә һауыҡтым! Мин бөтәһе ете процедура үттем, ә ҡыҙыма бишәү ҙә етте. Дауаланыуыма бер йыл үтте, сир миндә ҡабатланманы.
Ике йөҙ грамм тирәһе ҡыҙыл сөгөлдөрҙө ҡырғыстан үткәрегеҙ. Шунан уны быяла һауытҡа һалып, ҡайнар һыу ҡойолған кәстрүлгә ултыртығыҙ. Сөгөлдөр йылынғас, уға ике ҡалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе һалығыҙ. Массаны һәйбәтләп болғатығыҙ һәм түшегеҙгә яҡшылап һөртөгөҙ. Ул йылы, әммә күкрәк тиреһен яндырырлыҡ булмаһын. Шунан өҫтөнә полиэтилен ҡапсыҡ ябығыҙ, ә уның өҫтөнән туҡыма менән урағыҙ. Иртәнсәк компресты сисегеҙ һәм күкрәгегеҙҙе йылы шәл менән урағыҙ. Әхирәттәр, зинһар, елдән, һыуыҡтан һаҡланығыҙ. Бигерәк тә тирләгән килеш һалҡынға сыҡмағыҙ.
Тағы ла бер ысул бар. Әммә уны ҡулланғаным юҡ, шулай ҙа яҙайым әле. Ташҡабаҡты әрсергә һәм орлоҡтарынан таҙартыр­ға, ваҡлап турарға. Төнгөлөккә һөт биҙҙәренә бәйләп ятырға.

Ихтирам менән – Асия.
Архангел районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға