«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Никотин ҡоллоғонан азат булығыҙ!



11.01.2013 Никотин ҡоллоғонан азат булығыҙ!

Тәмәкенән ҡотолорға теләүселәргә бер ысул өйрәтмәксемен. Был турала “ЗОЖ” гәзитендә уҡығайным. Урыҫтарҙың Масленица байрамының һуңғы көнө “Прощенное воскресенье” тип атала. Шул төндә һуңғы тәмәкене тартығыҙ ҙа, ҡабы менән ҡуша сүплеккә ырғытығыҙ. Шунан ары тартыу теләге барлыҡҡа килмәҫ. “Прощенное воскресенье” 2013 йылдың 17 мартында була.
Оҙаҡ йылдар күпләп тәмәке тартыусы был алама ғәҙәтенән ҡотолғас та сәсәп йонсой. Башҡортостандың билдәле фитотерапевы Рим Әхмәтовтың рецебы һеҙгә ярҙам итер.
6 – 7 япраҡ йәки ике ҡалаҡ кипкән юл япрағына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Һыуытығыҙ, тик һөҙмәгеҙ. Көнөнә алты-ете тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә. Ә иртәнсәк ас ҡарынға һәм йоҡлар алдынан стакандың дүрттән бер өлөшөн эсегеҙ.
Тағы ла бер кәңәш. Ун өлөш йылан тамыры (шалфей), биш өлөш ваҡланған андыҙ һәм мәтрүшкә, ике өлөш эт дегәнәген алығыҙ. Барыһын да яҡшылап ваҡлағыҙ, бер стакан һалҡын һыу ҡойоп, болғата-болғата ҡайнатығыҙ. Шунан бер сәғәт төнәтегеҙ. Ашағандан һуң көнөнә өс тапҡыр стакандың дүрттән бер өлөшөн йылы килеш эсегеҙ.

Рушан ИСХАҡОВ.
Ейәнсура районы,
Байыш ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға