«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ә һеҙ беләһегеҙме?



23.11.2012 Ә һеҙ беләһегеҙме?

Ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға петрушка ашарға ярамай. Был тәмләткес балаят­ҡыға тәьҫир итә, һөҙөмтәлә яралғы төшөүе йәки сабыйҙың ваҡытынан алда тыуыуы ихтимал.

Виноградтың тик ҡыҙыл сортында антоциан һәм полифенол тигән матдә бар. Ул бауыр күҙәнәктәрен яңырта, ҡан баҫымын нормалләштерә, күҙәнәктәрҙең мембранаһы боҙолоуҙан һаҡлай.

Инжир –10 мең йылдан ашыу элек билдәле булған бик файҙалы емеш. Ул аш һеңдереү һәм нервы системаһына яҡшы йоғонто яһай, организмды таҙартыу, тыныс­ландырыу һәләтенә эйә. Бронхит, стоматит менән яфаланғандарға инжир ашарға кәңәш ителә.
Был емештә 13 − 20 процент глюкоза бар, шуға ул организмға тиҙ генә күп көс бирә.
aКеҫәл – организмды таҙарта торған эсемлек. Әгәр ҙә унда емеш-еләк һалһағыҙ, витаминлы ла булыр. Төрлө шешеү процестары, хирургик операция үткәргәндәргә уны эсергә кәңәш ителә. Иммунитеты ҡаҡшаған хәлһеҙ кешегә ул көс бирә.

Миҙгелдең ошо ваҡытында күптәр күңел төшөнкөлөгөнә бирелә. Билдәле булыуынса, тәмле ризыҡ “бәхет” гормонын барлыҡҡа килтерә. Сәтләүек, шоколад, туңдырма ашаһағыҙ, 20 − 30 минуттан кәйефегеҙ күтәрелер.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға