«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Рухи сәләмәтлек



27.07.2012 Рухи сәләмәтлек

ҡолаҡ ауырыуҙары сәбәптәре

Отит, мастоидит
ҡолаҡтар менән проблема башҡа фекерҙе ҡабул итмәү, кемделер ишетергә теләмәүҙән барлыҡҡа килә. Эске аңыбыҙҙа асыу йыйыла һәм шул арҡала елһенеү процесы башлана.
Әгәр ҙә берәй кеше менән бөтөнләй аралашырға теләмәһәк, әммә уның янында оҙаҡ ваҡыт үткәрергә мәжбүр булһаҡ, был ишетеү һәләтендә кире сағылыш таба.
Балаларҙа ҡолаҡҡа бәйле сирҙәр уларҙың тойғоларын белдерә белмәүҙән килә. Әгәр ҙә ата-әсәһе даими ғауғалашһа, баланың ҡолағында елһенеү, шеш барлыҡҡа килә. Шул рәүешле бала: “Миңә иғтибар итегеҙ! Минең өсөн йорттағы тыныслыҡ, ғаиләләге гармония мөһим”, – тигән сигнал ебәрә. Үкенескә күрә, быны күп ата-әсә аңлап еткермәй шул.

Һаңғыраулыҡ, ҡолаҡтағы сың

Башҡа фекерҙе ишетергә, аңларға теләмәү һаңғыраулыҡҡа илтә. Кеше үҙен шулай донъянан изоляциялай һәм эске аңы һаңғыраулыҡ барлыҡҡа килтерә. Күңелдә йыйылған кире тойғолар, тәкәбберлек, тиҫкәрелек арҡаһында ла был сиргә тарырға мөмкин.
Һәр ваҡыт “мин һине ишетергә лә теләмәйем” тип әйтһәң, нимә булыр тип уйлайһығыҙ?

Ишетеү нервыһының невриты

Һәр ваҡыт ялыу, мыжыуҙарҙы ишетергә мәжбүр булғандарҙың сире был. Кире эмоцияларҙы йөрәккә яҡын алмаҫҡа, артыҡ иғтибар итмәҫкә өйрәнергә кәңәш ителә.

(Психотерапевт Валерий Синельниковтың “Үҙ ауырыуыңды ярат” китабынан).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға