«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Халыҡ рәхмәтен алып



15.06.2012 Халыҡ рәхмәтен алып

йәки Сораман егете Рәсих Ямалов өс тиҫтә йылдан ашыу сирлеләрҙең рухын дауалай
Учалы районының Сораман ауылында ябай колхозсы ғаиләһендә донъяға килә Рәсих. Башланғыс белемде − ауылында, урта белемде Наурыҙ мәктәбендә ала. Үҫмер егеттең артабан уҡыу хыялына ғаиләлә ҡаршы төшмәйҙәр. Бәләкәйҙән үк Рәсих аҡ халатлы кешеләргә һоҡланып та, ҡурҡыңҡырап та ҡарар булды. Был сәйер кейемле ағай-апай­ҙарҙың ниндәй ауыр, яуаплы эш атҡарыуын үҫмер ул мәлдә асыҡ ҡына күҙ алдына ла килтерә алмай ине әле. Күрә йөрөнө, белешә булды. Уральск участка дауаханаһы табиптарының да ең һыҙғанып эшләүе, ауылдарына, көн булһынмы, төн тиһеңме, “Тиҙ ярҙам” машинаһының саң туҙҙырып елдереп килеп китеүе генә лә унда: “Их, шулар кеүек йөрөһәң ине”, − кеүек еңелсә көнләшеү тойғоһо ла тыуҙыра барғандыр. Уның да аҡ халатлылар сафында булғыһы, ауырыған, бәлә-ҡазаға тарығандарға ярҙам ҡулы һуҙғыһы килә ине. Был хис-тойғо егеттең күңелендә көсәйгәндән-көсәйә генә барҙы. Ата-әсәһе Рәсихкә Өфөгә юлланырға үҙ фатихаһын бирҙе.
1973 − 1979 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтында (хәҙер университет) уҡыу дәүере, лекциялар, семинар дәрестәр, медпрактикалар, йәмәғәт эштәре, спорт күнекмәләре үҙ көсөңдө һынауҙа, характер тәрбиәләүҙә, буласаҡ һөнәренә әҙерләнеүҙә һынамыш баҫҡыстары ла булды. Шуға ла Рәсих Ямаловҡа күптән күңел төбөндә йөрөгән табип юлының башы, тәүге аҙымдар ауыр бирелмәне тиерлек.
Сораманда татыу ғаиләлә һигеҙ бала үҫтеләр, эшкә шәп, етеҙ, әүҙем булдылар. Ауылда, билдәле, көн дә физик эш, утынын яраһың, әрҙәнәгә өйәһең, бағана соҡоро ҡаҙаһың, ташын да аҡтарып ташыйһың, малын ҡарайһың, ялан, урман-тауҙар араһында көтөү ҙә көтәһең. Бөтәме ни ул хужалыҡ эштәре? Таҙа, физик яҡтан көслө булып үҫте егеттәр, ана, Буранбайын ғына ҡара, ҡойоп ҡуйған бәһлеүәнме ни?! Ул да һаулыҡ һаҡлау һағына баҫты. Әлеге көндә Белорет районындағы “Асы” шифаханаһының баш табибы. Учалы өсөн дә Буранбай Нәсим улы күп эшләне.
Рәсих Нәсим улының хеҙмәт биографияһында тырыш хеҙмәте аша үҙ юлын табыуын асыҡ күрәбеҙ. “Красноусол” балалар шифаханаһында – табип-ортопед, табип-лаборант, табип-невропатолог, табип-психиатр. Ҙур тәжрибә туплаған белгес тыуған яғы Учалыға ҡайта. Участка терапевы, үҙәк район дауаханаһы табип-психиатры, 1988 йылдан – психоневрология диспансерының баш табибы, 1992 − 1995 йылдарҙа баш табиптың дауалау системаһында методик эштәрҙе ойоштороу буйынса урынбаҫары вазифаларын башҡара. Әлеге көндә ул һауыҡтырыу диспансерында табип-психиатр булып эшләй. Уның ҡулынан һауығып сыҡҡан, матур тормош ҡороп йәшәгән яҡташтары, коллегалары абруйлы, ярҙамсыл, үҙ эшенең оҫтаһы булған, һөнәренә тоғролоҡ һаҡлаған Рәсих Нәсим улы менән ғорурлана ала. Сораман егетенең өс тиҫтә йылдан ашыу өлгөлө хеҙмәте ҙур баһаға лайыҡ. Сөнки ул һәр саҡ Гиппократ антына тап төшөрмәй, “сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” девизы аҫтында баш күтәрмәй тырышып эшләне һәм эшләй. 33 йыл. Уйлаһаң, ғүмерҙең иң шәп, ялҡынлы һәм ярһыулы йылдары уҙып та киткән. Халҡына хеҙмәт итәһе йылдар, оҙон юлдар көтә Сораман егете Рәсих Нәсим улын. Юлы уң булһын, халҡына хеҙмәт иткән кешеһен халҡы онотмай ул. Баһалар ҙа булыр, тип изге юлдар теләйек уға!

Рәүеф ШАҺИЕВ.
Учалы ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға