«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Пигментация нилектән барлыҡҡа килә?



06.04.2012 Пигментация нилектән барлыҡҡа килә?

Биттәге таптар нимәнән булырға мөмкин? Был түбән гемоглобинға бәйле түгелме?
Лилиә
.
Салауат районы,
Малаяҙ ауылы.

Пигментация нилектән барлыҡҡа килә?
Һорауға Ғ.ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының табип-дерматовенерологы Руслан ҡОТОШЕВ яуап бирә:
– Тире – хәл-торошобоҙҙоң көҙгөһө ул. Организмдағы тайпылыш шундуҡ унда сағыла. Лилиәнең тиреһенең торошон күрмәйенсә һорауына яуап биреүе ауыр. Уға дерматовенерологҡа күренергә кәрәк, шунан анализдар тапшырғас, табип аныҡ диагноз ҡуйыр, унан дауалауҙы башлар.
Пигментацияның сәбәптәре төрлө. Тире ни тиклем ҡарараҡ булһа, унда меланин тигән матдәнең кимәле күберәк йыйыла. Ул ныҡ артһа, пигмент таптары ныҡ күбәйә, йәғни гиперпигментация барлыҡҡа килә. Ул йышыраҡ сикә, маңлай, эйәк, ирендең өҫкө өлөшөндә була. Оҙаҡ ваҡыт ҡояш аҫтында йөрөү, солярий менән мауығыу был проблеманы тағы ла көсәйтә. Сирҙең организмда гормондарҙың артыҡ күп булыуына бәйле булыуы ихтимал. Мәҫәлән, ауырлы саҡта ораль контрацептив ҡулланыусыларҙың битендә таптар барлыҡҡа килә. Ул саҡта быны сир кеүек ҡабул итергә ярамай.
Гиперпигментацияны профилактикалау өсөн тирене ағарта торған кремдар ҡулланырға була. Дөрөҫ һайланған косметик сара уларҙы «йәшерергә» ярҙам итер.
Гемоглобин кимәле төшһә, тире ҡоро була, шул саҡта микрояралар барлыҡҡа килә. Шунда микробтар үтеп инә һәм елһенеү процестары башлана. Ә ул урын һауыҡҡас, ҡояш нуры төшмәгәс, урыны-урыны менән аҡ таптар ҡала. Бер аҙҙан тире нормаль төҫөнә инәсәк.
Пигментация бауыр, үт ҡыуығы ауырыуҙарының, эндокрин системаһы патологияһы билдәләре булыуы ихтимал. Шуның өсөн, тағы ла ҡабатлап әйтәм, табипҡа күренергә кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға