«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Тыуым арта, сабыйҙар үлеме кәмей



13.03.2012 Тыуым арта, сабыйҙар үлеме кәмей

Ошо көндәрҙә Өфөнөң Конгресс-холында БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы булды. Унда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалет­динов, БР һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев һәм уның урынбаҫарҙары, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, БР буйынса Баш санитар табип Евгений Степанов һ.б. ҡатнашты.
Ултырышта республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең идара итеү органдарының һәм учреждениеларының былтырғы эш һөҙөмтәһенә йомғаҡ яһалды. Медицина, шөкөр, йылдан-йыл үҫешә. Респуб­ликала һуңғы өс йылда халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелә, тыуым артҡан, сабыйҙар үлеме кәмегән.
– ҡан әйләнеше системаһы сирҙәренән вафат булыусылар һаны, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, кәмене, – тине Георгий Шебаев. – Был кардиология хеҙмәте эшмәкәрлеге камиллаштырылыуға бәйле. Былтыр миокард инфарктынан үлеүселәр һаны – 22, ә мейеләге ҡан әйләнеше боҙолоуҙан 6 процентҡа кәмегән. Шулай ҙа дөйөм үлем һаны структураһы шул көйө ҡала. Иң күбе ҡан әйләнеше боҙолоуҙан, онкология ауырыуҙарынан, суицид һәм юл-транспорт фажиғәһе арҡаһында мәрхүм булалар.
Күп кешелә сир ныҡ аҙғас, йәғни 3 – 4-се стадияла ғына асыҡлана. Был ауырыуҙы дауалауҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. “Һәр табиптың бурысы – сирҙе дауаларға мөмкин булған саҡта уҡ асыҡлау”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министр.
Медицина үҙәктәрендә профилактикалау эшенә һәр саҡ ҙур иғтибар бирелә. Былтыр ун ете һаулыҡ үҙәгендә 250 мең граждан сәләмәтлеген тикшерткән (был – республика халҡының ни бары алты проценты). һәр икенсе пациентта функциональ тайпылыштар асыҡланған. Күптән түгел һаулыҡ үҙәктәрендә стоматология кабинеттары булдырылған.
Георгий Шебаев әйтеүенсә, быйыл ошо өлкәлә модернизациялау программаһын тормошҡа ашырыу өсөн федераль һәм республика бюджетынан 15,5 миллиард һум аҡса бүлеү планлаштырыла. Уның дүрттән бер өлөшө – матди-техник базаны нығытыуға, алтмыш проценты медицина ярҙамы күрһәтеү стандарттарын индереүгә йүнәлтеләсәк. Ә былтыр ошо юҫыҡта яҡынса 38 миллиард һум аҡса сарыф ителгән.
– Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен модернизациялау программаһының маҡсаты медицина учреждениеларына заманса техника һәм структура үҙгәрештәре индереү генә түгел, – ти вице-премьер Фидус Ямалетдинов. – Бар эштең төп һөҙөмтәһе: ауырыуҙар күрһәткесе һәм үлем һаны кәмергә һәм уртаса ғүмер оҙонлоғо артырға тейеш.






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға