«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Алдан хәбәр итегеҙ!



02.03.2012 Алдан хәбәр итегеҙ!

Билдәле булыуынса, сәләмәтлеге буйынса һайлау участкаһына килә алмаған граждандар участка һайлау комиссияһына өйҙә тауыш биреү үтенесе менән мөрәжәғәт итә ала. Әлеге мөһим сарала – Президент һайлауында ла бындай мөмкинлек бирелә.
БР Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, бының өсөн өйҙә тауыш бирергә теләүегеҙ тураһында бөгөндән участка һайлау комиссияһына тейешле ғариза ебәрергә йәки шылтыратырға кәрәк. Тик 4 мартта төшкө сәғәт 2-нән дә һуңға ҡалмайынса үтенесегеҙҙе белдерегеҙ. Яҙылған ғаризағыҙ йәки телдән мөрәжәғәтегеҙҙе участка һайлау комиссияһына туғандарығыҙ, күршеләрегеҙ аша ла тапшырырға мөмкин.
Өйҙә тауыш биреү Берҙәм тауыш биреү көнөндә – 2012 йылдың 4 мартында ғына һәм һайлаусының участка комиссияһына тапшырыл­ған ғаризаһы йәки телдән мөрәжәғәте булғанда ғына үткәрелә. Һайлаусының ризалығы йәки уның үтенесе менән ғаризала күрһәтелергә тейешле мәғлүмәттәрҙе ҡағыҙға башҡа кеше, мәҫәлән, һайлаусының туғаны яҙа ала. Ләкин һайлау бюллетене алыуы тураһында һайлаусы ғаризала шәхсән үҙе ҡул ҡуя.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға