«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Киҙеү ҡурҡыта



22.10.2011 Киҙеү ҡурҡыта

Һалҡындар башланыу менән тағы ҡурҡыта. Киҙеү аяҡтан йыҡмаһа ярар ине, тип хафаланып торабыҙ. Яҡында­рым, бигерәк тә бәләкәс туғандарымдың һаулығы өсөн борсолам. Медицина алға китһә лә, һаман да ошо сир юҡҡа сығарылмай. Бер нисә йыл элек «сусҡа киҙеүе» тип ҡотто алғайнылар...
Нимә ул киҙеү? Ғөмүмән, ул нисек барлыҡҡа килә? Быйыл ул ниндәй булыр?
Рәзинә Бикташева.
Баймаҡ районы,
Темәс ауылы.

Һорауға медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина университетының инфекция ауырыу­ҙары кафедраһы профессоры Рәсимә Тимерйән ҡыҙы Мырҙабаева яуап бирҙе:
Киҙеү ҡурҡыта
− Киҫкен респиратор ауырыуҙар киң таралған. Улар һалҡын төшөү менән әүҙемләшә башлай. Был ваҡытта кешенең иммунитеты ла түбәнәйә. Киҙеүҙе төрлө вирустар, бактериялар, хламидиялар, микоплазмалар тыуҙыра. Улар тын алыу юлдары аша организмға үтеп инә лә тиҙ генә үрсей башлай. Шуға ла иң алда респиратор системаһы бирешә. Инфекциялар үҙ-ара “урын” бүлешкән: риновирус – танауҙы, парагриппиоз вирусы – тамаҡты, синцитиаль вирус бронхыларҙы зарарлай.
Декабрь – ғинуар башында киҙеү эпидемияһы булыр, тип көтөлә. Быйыл уның А, В төрө буласаҡ. Киҙеү йыл һайын мутациялана, йәғни үҙгәрә. Шуға күрә уның кеше организмына нисек тәьҫир итәсәген алдан белеүе ҡыйын. Быйыл пандемик киҙеүҙең (H1N1) үҙен нисек тоторо билдәһеҙ.
Сирләй башлағас та, тәүге 48 сәғәт эсендә, инфекцияға ҡаршы препараттар ҡабул иткән кешегә, афарин, тип әйтер инем. Ул саҡта вирустар организмды ағыулап өлгөрмәй, сир сигенә башлай.
Ауырыуҙы булдырмау өсөн дибазол, поливитаминдар, элеутерококк экстрактын, аралия төнәтмәһен ҡабул итергә мөмкин. Ә иң яҡшыһы – миҙгелле киҙеүгә ҡаршы вакцина эшләтеү. Уның тәьҫире 12 айға тиклем һаҡлана. Тик уны киҙеү менән ауырыған ваҡытта һәм аҡһымға аллергияһы булған кешеләргә эшләтергә ярамай.
Бөгөн Рәсәйҙә миҙгелле киҙеүҙе профилактикалау өсөн өс быуын, шулай уҡ пандемик киҙеүгә (H1N1) ҡаршы вакциналар (“Моногриппол-нео”, “Пандефлю”, “Инфлювир”) булдырылған. Әле “Гриппол” һәм “Гриппол плюс” вакциналары менән иммунлаштырыу башланды. Бының өсөн йәшәү урыны буйынса беркетелгән поликлиникаға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Дауалау мотлаҡ комплекслы булырға тейеш. Еңелсә йәки уртаса формалағы киҙеү менән ауырыған кешеләр өйҙә участка табибы күҙәтеүе аҫтында дауалана. Сирлене айырым бүлмәгә һалырға кәрәк. Мотлаҡ постель режимын үтәү талап ителә. Бүлмәне даими елләтеп, иҙәнде химик таҙартыу сараһы менән йыуып торорға онотмағыҙ.
Ауырыуға тиҙ үҙләштерелә торған витаминлы ризыҡ ашатығыҙ. Организмдың ағыуланыу кимәлен кәметеү өсөн сирлегә күберәк шыйыҡса (лимонлы сәй, минераль һыу, һут, ҡурай еләге, гөлйемеш төнәтмәһе) эсерегеҙ. С, рутин, А, Е, В төркөмө витаминдарын ҡулланыу организмға көс өҫтәр.
Температураны төшөрә торған препараттарҙы (парацетомол, антигриппин һ.б.) тик температура 38 градустан юғары булған саҡта ғына ҡулланығыҙ. Тын алыу юлдарындағы бактерияларҙы сығарыу өсөн тамаҡты көнөнә 6 − 8 тапҡыр сода, тоҙ иретмәһе йәки фурацилин менән сайҡатығыҙ.
ҡоро йүткереүҙән яфаланғандар түшкә горчичник һалырға, үләндәр төнәтмәһенән ингаляция эшләргә, йүткереүгә ҡаршы препараттар (либексин, тусупрекс, фалиминт) ҡулланырға мөмкин. Өҙлөгөү, хроник ауырыу булһа, табип бактерияларға ҡаршы дарыу­ҙар эсергә ҡуша.
Киҙеүҙең ауыр формаһы менән сирләүсе мотлаҡ тәүлек әйләнәһенә медицина хеҙмәткәрҙәренең күҙәтеүе аҫтында булырға тейеш. Юғиһә пневмония, мейе йәки үпкә шешеүе һ.б. кеүек өҙлөгөүҙәр булыуы ихтимал. Дауаханала интенсив терапия билдәләнә. Кешегә ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтелмәһә, ул вафат булырға мөмкин.
Оҙайлы ауырыу кисергәндәр, яңы тыуған сабыйҙар, балалар, ололар, ауырлы ҡатындар, ВИЧ-инфекциялылар киҙеүгә айырыуса тиҙ бирешә.
Яңы тыуған сабыйҙар, ғәҙәттә, киҙеү менән сирләһә, уның билдәләре тәүҙә беленмәй, тән температураһы ныҡ күтәрелмәй. Сабый имеүҙән баш тарта, мыжый, танауы мыршылдай, ҡоҫа. Бер йәшкә тиклемге балалар йыш өҙлөгә, уларҙа пневмония, отит барлыҡҡа килеүе бар.
Киҙеү менән ауырый башлаһағыҙ, мотлаҡ табипты өйөгөҙгә саҡыртығыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ни тиклем иртә дауаланһағыҙ, шул тиклем тиҙерәк һауығыр­һығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға