«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ғазап сигеүсе йөрәктәр



07.06.2011 Ғазап сигеүсе йөрәктәр

Тормош үҙгәрә... Ә тормош менән беҙҙең йәштәребеҙ ҙә үҙгәрә. Урам буйында иҫерек, әшәке хәлдә булған кешеләрҙе күргәс, һеҙ ниндәй тойғолар кисерәһегеҙ? Эс­кеселәрҙең телдәренән сыҡҡан әшәке һүҙҙәрҙе ишеткәс, нимә уйлай­һығыҙ?
Йыртҡыс хайуанға оҡшаш ҡурҡыныс тауыштар менән ҡысҡырып һүгенеүсе иҫерек бәндәләрҙе күреүҙән ҡайҙалыр бик тәрәндә – күңел түрендә йөрәгем илай. Шундай кешеләргә ҡарап, уларҙа мин ғәйәт әсе, түҙә алмаҫлыҡ ғазаптарҙан интегеүсе йөрәктәрҙе күрәм. Улар рухи бушлыҡтан ҡотолорға теләп тәмләгән иҫерткес эсемлектәр хәлдәрен тағы ла ауырайта түгелме? Күкрәктәренән сыҡҡан аяныс ауаздар – һүгенеү, ҡысҡырыу, ғәйбәт аша кемгәлер нәфрәттәрен түгеү ҙә ярҙам итмәй уларға, күңелдәренә тыныслыҡ килтермәй, киреһенсә, рухи һыҙланыуҙарын нығыраҡ киҫкенләштереп ебәрә. Был әҙәми заттар хәмер эсеп онотолоп, аңдарын томалау юлы аша еңеллек эҙләй, әммә, ҡыҙғаныс, күңелдәре элеккесә ауырыу булып ҡала, ә таш бәғерҙәре тағы ла нығыраҡ ҡата. Быны аңлай, тоя улар, тик күңелдәренең нимәне юҡһынғанын, нимә һағышҡа һалғанын аҡылдары менән аңлай алмайҙар. Сөнки улар айныҡ түгел!
Шуға ла, дуҫтарым, ундайҙарға нәфрәт менән бағыры ашыҡмағыҙ, йылы һүҙҙәр һәм изге нәсихәттәр менән күңелдәренә тыныслыҡ килтерергә тырышығыҙ. Тайғаҡ юлға баҫҡан йәштәргә бар-клубтар буйлап иҫерткес эсемлектәр эсеп йөрөүҙәре менән бер ҡасан да был тормошта күңел тыныслығы таба алмаясаҡтары хаҡында аңлатығыҙ. Кеше күңеле шулай яратылған: һәр кем аңлы йәки аңһыҙ рәүештә Аллаһҡа яҡынайта торған тура юлды эҙләй. Тик күптәребеҙ, шайтан ҡотҡоһона бирелеп, кешелеккә бүләк ителгән рухи ҡиммәттәрҙе аң томалаусы иҫерткес эсемлектәргә алмаштыра. Беҙҙең йөрәктәребеҙ һыуға сарсаған сүллеккә хас, уның һыуһынын бер нисек тә ҡандырып булмай, тик өмөт кенә уны һуғара ала. Ә кешеләрҙең өмөттәре кемгә бағышланған булыр­ға тейеш һуң? Әлбиттә, минеңсә, бөйөктәрҙән-бөйөк, тиңе булмаған берҙән-бер Аллаһҡа ғына. Унан башҡаға ышаныс тотоп, былай ҙа ҡыҫҡа ғүмерҙәренең ҡәҙерен белмәй, иҫерек хәлдә унан бәхет эҙләүселәр тәрән аҙаша. Ғазап сигеүсе йөрәктәр, һеҙгә мөрәжәғәт итәм! Үҙегеҙҙе өмөтһөҙ, һауыҡмаҫ ауырыу − хәмер ҡоло тип танымағыҙ, улай итеп һеҙ тик нәфсегеҙгә генә эйәрәһегеҙ. Нәфсегеҙ аша шайтан һеҙҙе йүгәнләй. Күптәрегеҙ тик үҙ-үҙен йәлләүҙән генә эскелеккә биреләлер. Йәнәһе, тормош ауыр, замана шулай. Оят! ҡарағыҙ көҙгөгә: әлеге аяныс хәлдәге йәш егет, йәш ҡыҙ йә иһә башҡа кем, ошомо ни һеҙ?! Үҙ-үҙегеҙҙе йәлләүҙән туҡтағыҙ, был бит йүләрлек. ҡайҙа һеҙҙең ғорурлығығыҙ, намыҫығыҙ?! Әллә быларҙың барыһын да хәмергә алмаштырҙығыҙмы? Мәсхәрәләнмәгеҙ инде, иҫерек баш менән буш анттар биреүҙән туҡтағыҙ! Айнырға һәм хыялдарҙы тормошҡа ашырырға ваҡыт бит.

Әлиә ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА,
БДУ студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға