«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ



14.10.2019 Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

16 йәшлек ҡыҙым аниме менән ныҡ мауыға. Юҡ ваҡытын бар итеп шуны ҡарай. Көнө-төнө компьютерға тексәйеп ултыра ала. Әгәр ҙә унан торғоҙһаң, телефонынан ҡарай. Аңлауымса, хәҙер йәштәр күпләп шул йәнһүрәткә әүрәгән. Ҡыҙымды унан нисек айырырға икән? Минеңсә, ул бигерәк тә күп ҡарай.

Земфира.

Йәнһүрәт яратмаған бала юҡтыр: унда бит шундай төҫлө донъя, иҫ киткес батырлыҡтар, мөғжизәләр, матур ке­йем, тәмлекәстәр, тылсымсылар, ярҙамсылар, дуҫтар... Хатта бәләкәй ҡыҙым­дың “Лунтик”тан күҙен алмай ултырғанын күрһәм, янына ултырып, үҙем дә ҡарап алам. Балалар ҙурайыу менән улар ҡараған йәнһүрәттәр, тыңлаған музыка, яратҡан фильмдары ла үҙгәреш кисерә. Ә нисек улай булмаҫҡа тейеш? Был бик дөрөҫ бит! Әлбиттә, хәҙерге йәнһүрәттәр элеккеләрҙән төптө айырыла. Изгелек, игелек, тоғролоҡ, дуҫлыҡ тураһындағыларын агрессив көс ҡулланырға әйҙәгән, талашҡан-ирешкән, үс алырға өндәгән, хәйләкәр-мәкерлектәрен алға ҡуйған атышлы-һуғышлы йәнһүрәттәр баҫа башланы. Балаһын ҡайғыртҡан һәр ата-әсәне ошондай фильмдарҙың күп булыуы һәм ҡайһы саҡта малай-ҡыҙҙарҙың телевизор алдынан тора алмай уларҙы ҡарауы уйландырмай ҡалмай, әлбиттә.

Ҡасан саң ҡағырға һуң? Хөрмәтле ата-әсәләр, әгәр ҙә ҡыҙ йә улығыҙ һеҙ әйткән эштәрҙе атҡара алмай, уҡыуын ҡалдыра, яратып йөрөгән түңәрәктәрен онота, дуҫтары менән аралашмай, йәнһүрәттәге ниндәйҙер геройға әйләнә башлаһа, борсолорға була. “Ни өсөн беҙҙең балабыҙ ситләшә, ни өсөн ул ысынбарлыҡты йәнһүрәткә алмаштыра? Шул рәүешле күңелендәге ниндәй бушлыҡты тултырырға маташа икән? Нисек ярҙам итергә ?” – тип уйлайһы урынға, күптәребеҙ ҡәтғи ҡылана. Йәнәһе лә, һүндерҙем, ҡарамайһың, онот!

Йәштәр араһында киң танылыу яулаған аниме тураһында һүҙем. Күп кенә үҫмер уларҙы ныҡ яратып ҡарай, әммә һирәктәрҙә генә бәйлелек барлыҡҡа килә. Тимәк, ул йәнһүрәттең үҙенең генә тамашасыһы бар. Аниме ҡармағына кемдәр эләгә икән? Балалыҡтан оло тормошҡа күсеү бер кемгә лә еңел бирелмәй һәм бирелмәгән дә, шулай бит? Бала өсөн пубертат (отрочество) осор – ата әсәнән “ысҡыныу” мәле. Үҫмер ҡапыл юғалып ҡала, сөнки тормоштоң ошоғаса тойолғанса хәүефһеҙ түгел икәне аңлашыла. Тик ул үҙен әлегә яҡларға һәм һаҡларға өйрәнмәгән. Ата-әсә лә: “Үҫтерҙек, хәҙер инде һин бәләкәс түгел”, – тип кенә ебәрә. Ошо мәлдә улар үҙҙәренең борсолоу-ҡурҡыуҙарынан, хәүефләнеүҙәренән арыныу, бер аҙға булһа ла онотолоу ысулын эҙләй башлай. Һәм таба. Кемдер тап шул аниме йәнһүрәттәрен ҡарап тынысланыу таба ла инде. Сөнки улар өсөн “аниме һәйбәт түгел, ә ысынбарлыҡ ауыр”. Аниме күңел һыҙланыуынан ҡотҡарыусы булып ҡабул ителә башлай. Виртуаль ысынбарлыҡ баланы үҙенә тиҙ генә “йолҡоп” алыу көсөнә эйә. Аниме менән сиктән тыш ҡыҙыҡһыныу, үҫмер нисек йәшәргә белмәй, тигәнде аңлата. Ул әлегә үҙен дә аңлап етмәй, ололарҙың һәм башҡаларҙың да уны ҡабул итеүен күрмәй, һиҙмәй; тормош юлының йүнәлешен күҙалламай, йәштәштәре менән аралашыуҙан ҡыуаныс тапмай; үҙе һәм башҡалар өсөн мөһим һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн һәләтен ҡайҙа йүнәлтергә белмәй – был үҙ сиратында ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо артыуға килтерә. Ошондай кө­сөргәнешле мәлдә үҫмер йәнһүрәттә күңел тыныслығы таба, үҙ фантазияһына ирек бирә, ундағы геройҙар урынына үҙен ҡуйып ҡарай.

“Нимә таптың шул нәмәлә?!”- тигән һорауҙы был осраҡта балаға биреү артыҡ. Ул үҙе лә тәфсирләп кенә аңлата алмаясаҡ. Ә бына һеҙ үҙегеҙ, пубертат осорон ҡасандыр үткәргән кешеләр, бик тырышһағыҙ, үҫмерҙе аңлай алаһығыҙ. Бының өсөн иғтибар кәрәк. Ғаиләгеҙгә ҡарашығыҙҙы йүнәлтегеҙ – унда психологик климат нисек? Ҙурайып килгән бәлә­кәсегеҙҙең йөрәгендә ниндәй хыял ята? Уға һеҙ дуҫмы? Үҫмер бер ҙә ҡурҡмай, оялмай һеҙгә эс серҙәрен, күңел кисерештәрен аса аламы? Әгәр минең һорауҙарыма яуаптарығыҙ ыңғай икән, тимәк , “анимешка” сире йоҡмаясаҡ йәиһә уның ваҡыты бик ҡыҫҡа буласаҡ.



Автор: Ә. Исхаҡова
Фото: vk.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға