«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ни өсөн сәтләүекте һыуҙа ебетергә кәрәк?



19.08.2019 Ни өсөн сәтләүекте һыуҙа ебетергә кәрәк?

Сәтләүек ашарға яратаһығыҙмы? Ашар алдынан уны һыуҙа ебетеп алырға кәрәклеген беләһегеҙме?

Сәтләүектәрҙә, бойҙайҙағы кеүек үк, фитин кислотаһы бар. Улар емеште хайуандарҙан һаҡлау функцияһын үтәй. Әлбиттә, сәтләүек бешеп өлгөргәс тә, улар юҡҡа сыҡмай, күпмелер дәрәжәлә ҡала һәм ашағанда организм тарафынан үҙләштерелеү процесын тотҡарлай. Әгәр ҙә сәтләүекте һыуҙа ебетеп алғанда, зарарлы кислотанан арынасаҡ һәм еңелерәк үҙләштереләсәк. Өҫтәүенә, уларҙы йылы һыуҙа ебеткәндә ҡабығы ла тиҙерәк әрселәсәк.

Ниндәй сәтләүекте һыуҙа күпме тоторға һуң?
1. Әстерхан сәтләүеге – 8 сәғәт.
2. Миндаль – 12 сәғәт
3. Пекан – 8 сәғәт
4. Фундук – 8 сәғәт
5. Кедр сәтләүеге – 8 сәғәт
6. Ҡабаҡ орлоғо – 7 сәғәт
7. Кешью – 6 сәғәт
8. Етен орлоғо – 6 сәғәт



Автор: С. Лотфуллина
Фото: vk.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға