«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ярылған үксәгә – дегәнәк япрағы



20.07.2019 Ярылған үксәгә – дегәнәк япрағы

Йәйгеһен әҙ генә яланаяҡ йөрөһәң дә үксә, табан ярылып бара.

Әлеге бәләнән ҡотолоуҙың ябай ғына ысулы бар икән. Бының өсөн дегәнәк япрағы ярҙам итер. Уны иҙеп, бал һәм он ҡушып, йәймә әҙерләргә. Төнгөлөккә шул йәймәне табандың, үксәнең ярылып ҡатҡан урындарына бәйләргә. Иртән торғас иһә ҡатҡан тирене һыҙырып алырға ғына ҡала. Әгәр ҙә беренсе тапҡырҙан ғына ярҙам итмәһә, тағы бер нисә тапҡыр эшләргә мөмкин. Бындай процедуранан һуң аяҡ табандары сабыйҙыҡы кеүек булып ҡала.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға