«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Карантин һәм больничный



12.02.2011 Карантин һәм больничный

Мәктәптәрҙә киҙеүгә бәйле карантин иғлан ителһә лә, балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр араһында сирләүселәр һаны артҡандан-арта. Көн дә төркөм һайын өс-дүрт бала ауырый икән. Был осраҡта ата-әсә больничный алырға мәжбүр. 1 ғинуарҙан индерелгән яңы ҡағиҙәләр буйынса пособие нисек иҫәпләнә? ҡасан эшкә бармаҫҡа мөмкин?
Больничный баланың нисә йәштә булыуынан сығып иҫәпләнә. Әгәр балағыҙға ете йәш тулмаған икән, талап ителгән тиклем больничный алырға хоҡуҡлыһығыҙ.
Ә инде 7–15 йәшлектәрҙе ҡарау өсөн бюллетень ун биш көнгә бирелә. Больничныйҙар сикләнеүен-сикләнмәй. Тик, иң мөһиме, ул ун биш көн һайын оҙайтылырға тейеш.

Бәләкәй балаға күберәк пособие

Балаға ете йәш тулмаһа, ата-әсәгә бюллетень буйынса дауаханала ятҡан йәки өйҙә ултырған көндәр тулыһынса түләнә. Тик законда ҡаты сикләү бар: ауырыу бала ҡараған өсөн 60 көн генә түләнә. Әгәр лимит бөтөп тә, сабый һауығып өлгөрмәһә, ата-әсәгә больничный ҡағыҙы бирелә. Был осраҡта ул эшкә сыҡмаһа ла була. Тик көндәр өсөн пособие билдәләнмәй. Был онкология, диабет, туберкулез, астма кеүек ауыр сирлеләргә ҡағылмай. Тулы исемлек РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының приказы менән нығытылған. Уларға йылына 90 көн түләнә. Әгәр бала 7 – 15 йәштә икән, больничный 45 көн өсөн иҫәпләнә.
Йәнә бер мөһим ҡағиҙә: амбулатор дауалан­ғанда тәүге ун көндә бала ҡараған өсөн больничный 100 процент күләмендә (үҙең ауырығандағы кеүек) түләнә. Ә ҡалған көндәргә уртаса эш хаҡының 50 проценты күләмендә билдәләнә. Әгәр баланы дауаханаға һалһалар, ата-әсәһенә был көндәр өсөн тулы больничный түләнә.

Аҡса иҫәп ярата

Нигеҙ итеп оло кеше үҙе ауырыған хәлдә түләнгән больничный күләмен алабыҙ. Ул хеҙмәткәр­ҙең стажынан сығып иҫәпләнә. Хәтерегеҙҙә булһа, былтыр йыл аҙағында, түләүҙәргә ауырыған кеше өсөн бик ыңғай булмаған үҙгәрештәр индерелә, тип яҙып сыҡҡайныҡ. Һөйөнөскә күрә, был үҙгәрештәр ҡабул ителмәне, ул элеккесә ҡалдырылды. Тимәк:
– страховка стажы 5 йылға тиклем булғандарға эш ха­ҡы­ның 60 проценты күләмендә больничный түләнә;
– 5 – 8 йыл стажлылар­ҙың больничный­ҙары 80 процент тәшкил итә;
– 8 йылдан күберәк стажы булғандар­ҙың пособиеһы уртаса эш хаҡының 100 процентына тиң.
Шул уҡ ваҡытта 1 ғинуарҙан больничныйҙар иҫәпләү өсөн уртаса хеҙмәт хаҡын иҫәпләүҙең яңы ҡағиҙәләре үҙ көсөнә инде. Хәҙер бухгалтерия һеҙҙең ике йыллыҡ эш хаҡығыҙҙы 730-ға бүлә. Килеп сыҡҡан уртаса хеҙмәт хаҡы больничный көндәренә ҡабатлана.

Әгәр карантин булһа...

Мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһында карантин иғлан ителһә, ата-әсә больничный алырға хоҡуҡлы. Бала ауырымаған хәлдә лә, был көндәр өсөн больничный түләнә. Ә мәктәп карантинға ябылһа, ата-әсә больничныйға сыға алмай. Әммә ун дүрт йәшкә тиклемге балаһы булған ата-әсәнең береһе, Хеҙмәт кодексының 93-сө статья­һында ҡаралғанса, карантин бөткәнсе тулы булмаған эш көнө режимында эшләй ала. Шулай итеп, әлеге мәлдә һеҙ эш биреүсегеҙҙән бер нисә сәғәткә эш сәғәтен ҡыҫҡартыуын һорарға хоҡуҡлыһығыҙ. Тик шуны иҫтә тотоғоҙ, эш хаҡы эшләгән ваҡыт өсөн генә түләнә.
Бала ауырыған саҡта больничныйҙа ата-әсә генә түгел, өләсәй-ҡартатай, апай-ағайҙарының береһе лә ултыра ала.

Бөгөн республика райондарында өс тиҫтәнән ашыу балалар баҡсаһы карантинға ябыл­ған. Мәҫәлән, Дәүләкән, Йылайыр, Саҡ­мағош, Салауат, Хәйбулла, Кушнаренко, Мишкә райондарында мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларында карантин иғлан ителгән. Башҡортостан Республикаһы Мәға­риф министрлығының махсус белем һәм балалар хоҡуғын яҡлау бүлеге етәксеһе урынбаҫары Татьяна Хурсан белдереүенсә, баш ҡалала балалар баҡсалары эшләүен дауам итә, ә сирләүселәр артҡандан-арта. Шунлыҡ­тан карантин режимы тағы ла оҙайтыласаҡ тип көтөлә.

Р. КҮСЕМХАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға