«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Үләндәрҙең файҙаһын күрегеҙ



20.06.2019 Үләндәрҙең файҙаһын күрегеҙ

Миңә тиҙҙән 91 йәш тула, 1928 йылдың 14 июлендә тыуғанмын. 2003 йылдан бирле «Йәшлек» гәзитен алдырып уҡып, яңылыҡтар менән танышып барам. Унда бик күп файҙалы кәңәш табырға була. «Сәләмәтлек» битен айырыуса яратып уҡыйым. Ысынлап та, беҙҙә дарыу үләндәре һанап бөткөһөҙ күп. Уларҙы ваҡытында йыйып алып, ҡулланырға ғына кәрәк.

Үҙемдең нисек итеп дарыу үләндәрен ҡулланыуымды гәзит уҡыусылар менән уртаҡлашырға булдым.

Үләндәрҙе сәскә атҡан ваҡытта йыйып алам һәм ваҡлап турап, ҡыйыҡ эсендә киптерәм. Кипкәс, кәрәк ваҡытта ҡулланыу өсөн һәр береһен айырым тоҡсайға һалам. Уңайлы ғына итеп будка эшләп алдым да, үләндәр быуы менән дауаланам. Уны фитопаротерапия тип әйтергә мөмкин. Уның өсөн 20 төрлө үләнде ҡулланам. Улар: андыҙ тамыры, ирәүән тамыры, кесерткән, мелисса, ҡаҙ үләне, ҡомалаҡ тубырсығы, бәпембә сәскәһе (тамыры ла ярай), мәтрүшкә, меңъяпраҡ, ромашка, дегәнәк япрағы, ҡайын япрағы, юл япрағы, һоло, укроп орлоғо, арыҫлан ҡойроғо, сөйәл үләне, кейәү үләне, быуын сәскә (цикорий). 10 минут шуларҙың быуында ултырам. Дауаланыу курсы – алты сеанс. Был дауалау ысулының бик күп ауырыуҙан файҙаһы тейә. Мәҫәлән, бронхиттан, шәкәр диабетынан, полиартриттан, быуындар һыҙлауынан, геморройҙан һ.б. Борон-борондан халҡыбыҙ үләндәр менән ошолай дауаланған.





Автор: П. Исламғолов
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға