«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Һыу – энергия сығанағы



05.04.2019 Һыу – энергия сығанағы

Кеше көнөнә организмға етерлек кимәлдә һыу эсергә тейеш. Был хаҡта барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Сөнки табиптар ҙа, диетологтар ҙа, сәләмәт тормош яҡлылар ҙа был хаҡта иҫкәртеп кенә тора. Ни өсөн һыу эсергә кәрәк һуң ул?





Һыу организм өсөн иң мөһим энергия сығанаҡтарының береһе булып тора. Был кәрәкле матдәнең етерлек кимәлдә булмауы эшкә һәләтлелекте, әүҙемлекте кәметә. Бынан тыш, һыу бик күп файҙалы функция башҡара: матдәләр алмашыныуын көйләй, нервы көсөргәнешенән арынырға булышлыҡ итә, иммунитетты нығыта, йөрәк, бөйөр, ашҡаҙан, ҡан әйләнеше системаһы кеүек мөһим органдарҙың эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай.



Автор: С. Лотфуллина
Фото: Т. Аманов



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға