«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Инсультты нисек белергә була?



30.03.2019 Инсультты нисек белергә була?

Нейрохирургтар әйтеүенсә, өс сәғәт эсендә өлгөргәндә, өйәнәктең барлыҡ эҙемтәһен бөтөрөп, кешене һаҡлап алып ҡалып була. Шунлыҡтан һәр кемгә инсульт өйәнәген билдәләй белеү зыян итмәй.

Бының өсөн:
1. Кешегә йылмайырға ҡушырға кәрәк (инсульт булғанда кеше быны эшләй алмай).
2. Ябай ғына һөйләмде ҡабатларға тәҡдим итергә (мәҫәлән, бөгөн көн матур).
3. Ике ҡулын да өҫкә күтәреүен һорарға (яртылаш ҡына күтәрә алыуы ихтимал).
4. Телен сығарып күрһәтергә ҡушырға (теле ҡыйшайған йә бөгөлгән булыуы ла ауырыуҙың билдәһе).
Инсультҡа шик булғанда, ауырыу ошо ғәмәлдәрҙең береһен генә үтәй алмаған осраҡта ла «Ашығыс ярҙам» саҡыртырға кәрәк.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға