«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Нисек бер көндә диспансерлаштырыу үтергә?



14.12.2018 Нисек бер көндә диспансерлаштырыу үтергә?

Һәр кем үҙенең сәләмәтлеге хаҡында хәстәрлек күрергә тейеш. Бының өсөн ваҡыты-ваҡыты менән медицина тикшереүе үтеп тороу мөһим. Мәҫәлән, өс йылға бер диспансерлаштырыу үтергә була. Уның төп маҡсаты – сирҙе тәүге стадияһында асыҡлау һәм ваҡытында дауалау сараһын күреү. Әммә күптәр был медицина тикшереүенә артыҡ әһәмиәт бирмәй һәм уны үтеүҙе бөтөнләй кәрәк тип һанамай.

“Беҙҙең төп бурысыбыҙ – халыҡта диспансерлаштырыуға ҡарата ыңғай ҡараш уятыу һәм күберәк кешене йәлеп итеү”, – ти Өфө ҡалаһының 32-се поликлиникаһының баш табибы Нәүфәл Ҡудашев. – Ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып, йә булмаһа сираттарҙа ултырыуҙан ҡасып, күптәр диспансерлаштырыу үтеүҙән баш тарта. Әммә уны бер көндә лә, хатта бер-ике сәғәт эсендә лә үтергә мөмкин, – тип дауам итә ул һүҙен, – бының өсөн пациенттың әҙерлекле килеүе генә шарт”.

Нисек әҙерләнергә һуң, тип баш ватмағыҙ тағы. Ни бары ашамай ғына килергә кәрәк, сөнки анализдарҙы ас ҡарынға тапшыралар.
Шулай итеп, 32-се поликлиникала нисек итеп бер көндә дсипансерлаштырыу үтергә мөмкин һуң? Иртән тораһың да, ашамай ғына поликлиникаға юлланаһың. Килеп ингәс тә ҡулыңа маршрут картаһын тотторалар. Унда иң беренсе нимәнән башларға, ҡайһы бүлмәгә инергә – барыһы ла күрһәтелгән. Төшкә тиклем тейешле анализдарҙы тапшырырға, инструменталь диагностика үтергә мөмкин. Анализдарҙың һөҙөмтәһе электрон вариантта бер сәғәт эсендә табиптың өҫтәленә барып та ята. Хатта нормаға тура килмәгән урындары, ҡыҙыл төҫ менән айырып күрһәтелеп тә тора. Бына бит ул – заманаһы ниндәй. Шул һөҙөмтәләр буйынса табип һығымта яһап, пациентты йә өҫтәлмә тикшереү үтергә ебәрә, йә диспансер иҫәпкә ҡуя.

Төш ҡайтып, ашап килгәндән һуң инде башҡа медицина тикшереүҙәрен үтәһең. Әйткәндәй, поликлиникала теге йәки был бүлмәгә инеү өсөн ауырыуҙар менән дөйөм сиратта көтөп ултырырға ла кәрәкмәй, уларҙың – үҙ юлы.

2018 йылда бында 8500-ҙән ашыу кеше диспансерлаштырыу үткән. Ауырыуҙарҙы киҫәтеү бүлеге мөдире Альмира Марат ҡыҙы әйтеүенсә, диспансерлаштырыу ваҡытында иң күп асыҡланыусы сирҙәр иҫәбенә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары инә. “Мәҫәлән, күптәрҙең холестерины юғары булыуы күренә. Уны иһә дөрөҫ туҡланыу, дауалау гимнастикаһы аша ваҡытында дауалап була”, – ти ул.

“Һаҡсыл поликлиника” программаһы буйынса эшләүсе баш ҡаланың Орджоникидзе районында урынлашҡан 32-се поликлиника менән танышып, уның пациенттарының һаулығына ғына түгел, ваҡытына ла бик һаҡсыл ҡарашта булыуына инандыҡ.





Автор: С.Лотфуллина
Фото: Shutterstock


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға