«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Тәүге мөхәббәтте нисек оноторға?



14.09.2018 Тәүге мөхәббәтте нисек оноторға?

Тәүге мөхәббәтте нисек  оноторға?
Үҫмер саҡтың иң сихри, татлы, ғазаплы, наҙлы, илерткес бер мәле булып кеше күңелендә тәүге мөхәббәт һаҡлана. Йылдар үтһә лә, яҙмыштар төрлөсә боролоп, әллә нисәмә кеше менән осраштырып-ҡауыштырған хәлдә лә, хәтерҙән юйылмай ошо хистәр. Йырҙа ла: Онотолмай беренсе саф мөхәббәт”, – тип моңланабыҙ бит. Был йырҙа мин һеҙҙең иғтибарығыҙҙы тап “саф” һүҙенә йүнәлтеүегеҙҙе һорар инем. Тап ошо тәүге саф хистәр беҙгә донъяны башҡа төрлө асып бирә: һин үҙеңдән дә ҡәҙерлерәк, кәрәгерәк башҡа кеше барлығын аңлай һәм тоя башлайһың, бөтөнләй ҙә сит кешене юҡһыныу, һағыныу; осрашыуҙан, тәүге ҡосаҡлашыу-наҙланыуҙан баштар әйләнеүе... Кешенең күңеле йыр-моңға, илаһи шатлыҡҡа тула. Кемдер шиғыр яҙа башлай, кемдеңдер башҡа ниндәйҙер шөғөлө асыла – бына ниндәй көскә эйә ул тәүге һөйөү! Беренсе иң көслө, ялҡынлы хистәр – улар күңелдән бер ҡасан да юйылмаясаҡ. Нормала үҫешеп һәм йомғаҡланған мөнәсәбәттәр киләсәктә кешенең йөрәгендә бер илаһи, илерткес, әкиәткә оҡшаш матур мәл булып һаҡлана. Әммә тәүге “мөхәббәттән” мәңге уңалмаҫлыҡ яра алғандар барлығын да оноторға ярамай. Йәш саҡта ни тиклем хистәрҙең ярһыу булыуын иҫәпкә алғанда, был кешеләрҙе лә аңларға булалыр. Тик ошо мәлдә мин былай тип әйтер инем: “Кешем, үткәндәрҙе онотоп булмаһа ла, һис юғында уларға рәхмәт әйтергә онотмайыҡсы... Сөнки, бер нигә ҡарамай, тап ошо хистәр аша ғына беҙгә тормош үҙенең иң беренсе йәшәйеш дәресен бирҙе, үткәрҙе. Беҙ “белемле” булдыҡ: башҡа енес менән аралашырға, уларҙы аңларға, ҡәҙерләргә һәм яратырға, бер шикһеҙ ышанырға; ҡайһылыр мәлдә уларҙан алыҫыраҡ һәм һаҡ булырға өйрәндек. Был хис беҙҙең рухты, күңелде нығытты. Үҙебеҙҙе аңларға ярҙам итте. Рәхмәт!”.
Үткәндәргә рәхмәтле булайыҡсы, дуҫтарым.

Психолог Әлмира ИСХАҠОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға