«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Күрше хаҡы ни хаҡ?



18.04.2018 Күрше хаҡы ни хаҡ?

Күрше хаҡы ни хаҡ?
Ҙур булмаған ауылда йәшәйем, халыҡ татыу. Күршеләремдең бер алама ғәҙәте интектерә. Улар йыш ҡына әйбер һорай ҙа йөрөй. Сәй, һабын, көнбағыш майы, икмәк-тоҙҙан башлап, биҙрә-тас, көрәк-балта һ.б. әйберҙәрҙе үтескә ала. Ҡайһы саҡ кире ҡайтаралар, ә ҡайһы берҙә юҡ, үҙебеҙ ҙә онотабыҙ. Яҡында ғына магазин бар, бөтөнләй аҡсаһыҙ ултырмайҙар. Дөйөм алғанда, улар насар кеше түгел. Дауаханала ятҡанымда күрше ҡатын һыйырҙарымды һауып торҙо, уларҙың балалары менән минекеләр бик дуҫ. Мөнәсәбәттәрҙе боҙмай ғына уларҙы алама ғәҙәттәренән нисек арындырырға икән?
Рәшиҙә.


Күршеләрегеҙгә иғтибар етмәйҙер, шунлыҡтан уларға күңелһеҙ булып китһә, юҡ йомошто бар итеп, һеҙгә инергә тыры­шалар­ҙыр. Тағы ла «халява» тигән төшөнсә бар. Ҡайһы бер кешеләр уның менән бик оҫта ҡуллана белә. Был күренеш төрлө сәбәп арҡаһында килеп сығыуы мөмкин.
Күршеләр менән татыулыҡты ла һаҡлап, үҙеңде лә яҡлап нисек йәшәргә? Күптәребеҙ кешенең үтенесен кире ҡаға белмәй. Тик башҡаларҙың күңелен күрәм тип, үҙ ваҡытыңды юҡ-барға сарыф итеү, кәйефеңде төшөрөү дөрөҫ түгел. Шуның өсөн ҡәтғи генә «юҡ» тип әйтә белергә кәрәк.
Күршегеҙ ярҙам итеүегеҙгә өйрәнеп үк киткән икән, был ғәҙәтен онотторорға тырышығыҙ. Һораныусының үтенесен кире ҡаҡҡан саҡта төрлө сәбәп тапмағыҙ, аҡланып маташмағыҙ. Ни бары: “Хәлеңде аңлап торам, әммә ярҙам итә алмайым”, – тип өҙөп кенә әйтегеҙ. Әгәр ҙә ул аңламаһа, һаман да һоранһа, хәйлә ҡулланығыҙ. Мәҫәлән, “тоҙ биреп торор инем дә, бына ҡара әле, һауытында бик әҙ генә ҡалған”, йә “күптән он алғаным юҡ – бөткән шул”, “аҡсаны әле генә икенсе кешегә биреп торғайным” һ.б. Шул рәүешле һеҙ уның йомошон кире лә ҡаҡмайһығыҙ, бурысҡа ла бирмәйһегеҙ. Алдашыу, әлбиттә, насар, шулай ҙа ҡайһы саҡ кәрәк булып та ҡуя.
Тағы ла бер ысул. Үҙегеҙ ҙә күршегеҙҙе көн һайын шундай уҡ йомоштар менән йөҙәтә башлағыҙ. Ундай кешеләр алырға ярат­һалар ҙа, үҙҙәре бирергә теләмәй. Бир­һәләр ҙә, сыҙамлыҡтары бер-ике тапҡырға ғына етер. Һөҙөмтәлә, ул һеҙҙең менән һирәгерәк аралаша башлаясаҡ. Шулай уҡ үҙ холҡона ситтән ҡарар һәм һығымта яһар, тигән өмөт бар.

Земфира ҒӘЙФУЛЛИНА,
психолог.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға