«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ҡайын бәшмәге



20.05.2018 Ҡайын бәшмәге

Ҡайын бәшмәге
Онкологик сирҙәргә ҡаршы ҡайын бәшмәге лә (чага) ҡулланыла. Киптерелгән бәшмәкте тәүҙә 3 литр һыуҙа өс сәғәт тоторға һәм һуңынан ит турағыс аша үткәрергә. Бер стакан бәшмәккә 1 литр йылы һыу ҡойоп, 48 сәғәт төнәтергә. Килеп сыҡҡан төнәтмәне һөҙөп алып, көнөнә алты тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда 100-әр грамм эсергә.
Сөйәл үләне лә яман шештең үҫешен тотҡарлай. Уны сәскә атҡан ваҡытта ҡулланырға тәҡдим ителә. Үпкә яман шешенән көн һайын бер ҡалаҡ киндер орлоғо онтағы ҡушып, 100 г сөгөлдөр һәм кишер һуты эсергә ҡушыла. Әлбиттә, халыҡ медицинаһы тәҡдим иткән ысулдарҙы ла файҙаланып ҡарарға кәрәк. Сөнки берәүһе ярҙам итмәһә, икенсеһенең файҙаһы булыуы ихтимал. Ҡул һелтәп ҡуйырға ярамай, һәр мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай, яман шешкә ҡаршы көрәшеү кәрәк. Сөнки был ҡәһәрле сирҙе еңеүселәр хаҡында ла миҫалдар күп бит.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға