«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ҡышҡы еләктәр Ҡыҙыл көртмәле (брусника)



29.03.2018 Ҡышҡы еләктәр Ҡыҙыл көртмәле (брусника)

Ҡышҡы еләктәр  Ҡыҙыл көртмәле  (брусника)
Башҡа еләктәрҙән айырмалы рәүештә, ул бик оҙаҡ һаҡлана. Составында бик шәп антисептик – бензой кислотаһы бар. Ул еләкте зарарлы микроорганизмдарҙан һаҡлай, шунлыҡтан еләк тиҙ боҙолоп бармай. Өҫтөнә ҡайнаған һыу ҡойоп, һыуытҡысҡа ҡуйһаң да, оҙаҡ ваҡыт шул килеш кенә тора.
Көртмәлене юҡҡа ғына авитаминоздан тәҡдим итмәйҙәр. Ул шәкәргә, органик кислоталарға, калий тоҙҙарына, кальцийға, марганецҡа, тимергә, пектиндарға бай.
Әммә ҡыҙыл көртмәле бигерәк тә бәүел ҡыуығы һәм бөйөр ауырыуы – цистит менән пиелонефриттан файҙалы. Ул – бик яҡшы бәүел ҡыуҙырыу сараһы, әммә күп дозала ла бөйөргә зыяны юҡ. Еләктең составындағы гликозид арбутин организмда шәкәргә һәм гидрохинонға бүленеп, бөйөр аша сыға. Гидрохинон бактерияларға ҡаршы көрәшеү үҙенсәлегенә эйә булараҡ, был органдарҙы төрлө ял­ҡын­һыныуҙан һаҡлай. Әммә гидрохинондың һелтеле мөхиттә генә бүленеп сығыуын оноторға ярамай. Шуға күрә табиптар ҡыҙыл көртмәлене күп ашаған осраҡта һелтеле минераль һыу эсергә кәңәш итә.
Көртмәле һыуы (емештәрен ебетеп һаҡлаған һыу) түбән кислоталы гастриттан ярҙам итә. Иртән ас ҡарынға бер стакан ошо һыуҙы эскәндә, эс ҡатыуынан да файҙаһы тейә.
Көн һайын бер стакан ебегән көртмәле ашарға кәңәш ителә. ОРЗИ-нан һәм ревматизмдан да шифаһы ҙур. Уны шулай уҡ салаттар, итле аҙыҡ әҙерләгәндә лә ҡулланалар.
Емеше менән япрағынан әҙерләнгән төнәтмә балалар энурезынан ярҙам итә. Берәр ҡалаҡ еләге менән япрағына 400 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут талғын утта тоторға һәм һыуытып, һөҙөп алыр­ға. Ошо төнәтмәнең яртыһын көн дауамында әҙ-әҙләп эсергә, яртыһын – төнгөлөккә.


Ҡыҙыл көртмәле менән кәбеҫтәнән салат

300 г тоҙло кәбеҫтә һыуына ваҡ ҡына итеп туралған башлы һуған, ҡәнәфер, дәрсен (корица) һалырға, әҙерәк көртмәле һыуы ҡойоп, бер аҙ йылытырға, әммә ҡайнатырға ярамай. Һыуынғас, һуғанын алып кәбеҫтәгә ҡушырға, ҡыҙыл көртмәле һәм һыуын, бер аҙ шәкәр өҫтәргә. Өҫтөнә көнбағыш майы ҡойоп бутарға.

Алма менән көртмәле салаты

Ике-өс әскелтем алма алып, ҡырғыс­тан үткәрергә һәм иҙелгән ҡыҙыл көртмәле (0,5 стакан) ҡушып болғатырға. Бер аҙ тоҙ һәм 2 ҡалаҡ шәкәр өҫтәргә һәм ҡаймаҡ һалып, табынға ҡуйыр алдынан бутарға.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға