«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Тире минераль һыу ярата!



02.04.2018 Тире минераль һыу ярата!

Тире минераль һыу ярата!
Битегеҙҙең тиреһе матур һәм шыма булһын тиһәгеҙ, минераль һыу ярҙам итер. Тик газлы һыуҙы ҡулланыр алдынан уны 30 – 45 минутҡа һауытының ҡапҡасын асып ҡалдырырға кәрәк.
Бының өсөн ике ҙур булмаған таҫтамал һәм ике һауыт минераль һыу кәрәк буласаҡ. Һыуҙың береһе һалҡын (боҙло), икенсеһе йылымыс булһын.
Иң беренсе сиратта битегеҙгә туҡландырыусы крем һөртөгөҙ. Артабан бер таҫтамалды йылы һыуға манып алып, битегеҙгә ҡуйығыҙ.
Ул һыуынғас, шул уҡ процедураны һалҡын һыуға манып алынған таҫтамал менән ҡабатлағыҙ. Һалҡыны бөтә башлағас, тирегә тағы крем һөртөгөҙ һәм процедураны яңынан ҡабатлағыҙ. Барлығы 5 – 6 тапҡыр шулай эшләргә кәрәк. Һөҙөмтә һеҙ көткәндән дә яҡшыраҡ булыр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға