«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » “Балаларым мине көнләшә”



15.02.2018 “Балаларым мине көнләшә”

“Балаларым мине көнләшә”
Ирем менән айырылышҡанбыҙ, ике балабыҙ бар. Яңыраҡ бер ир менән осраша башланым, ләкин балалар мине унан көнләшә. Бигерәк тә ете йәшлек өлкән улым, насар әсәйһең, тип ғәйепләй, дуҫым менән нимә тураһында һөйләшкәнде тыңлай, миңә ҡысҡыра. “Һеҙҙең һымаҡ уҡ дуҫтарым менән аралашҡым килә”, – тип, уға аңлатып ҡарайым, әммә ул ҡарыша. “Дуҫтарың кәрәкмәй, бер ҡайҙа ла беҙҙе ташлап китмә”, – ти. Ярҙам итегеҙ, зинһар.
Айһылыу Ш.

Минеңсә, ғаиләгеҙҙә иерархия боҙолған. Улығыҙ үҙен ата-әсә ролендә тоя, һеҙҙең менән идара итергә, нимәнелер тыйырға хаҡлы һымаҡ һанай. Ул “насар әсәйһең” тигәнде ҡайҙан ишетте икән? Быны яҡындарығыҙҙың береһе әйтмәнеме? Сөнки уға бындай һығымта яһарға иртәрәк. Әллә үҙегеҙ әйтеп ысҡындырҙығыҙмы? Хәтерегеҙгә һалып ҡуйығыҙ – бала алдында баһағыҙҙы төшөрмәгеҙ. Юғиһә, үҙегеҙ иерархияны боҙоп, баланы судьяға әйләндерәһегеҙ. Әгәр ҙә был һүҙҙәрҙе яҡындарығыҙҙың береһе әйтә икән, ул кеше менән аралашыу­ҙы кәметергә кәрәк. Уның ғаиләгеҙгә ҡыҫылырға хаҡы юҡ.
Балаларығыҙҙың көнләшеүе ғәҙәти хәл, быны аңларға була. Әммә һеҙгә кем менән осрашырға кәрәклеген-кәрәкмәгәнлеген улар хәл итергә тейеш түгел. Юғиһә тәү сиратта уларҙың үҙҙәренә зыян киләсәк. Шәхси тормошоғоҙ өсөн яуаплылыҡ алыу – балалар өсөн бик ҙур йөк. Был турала уларға матур итеп һөйләү дөрөҫ булыр. Балаларығыҙҙың нимә кисергәнен аңлауығыҙҙы, ләкин бының өсөн һис тә асыу тотмауығыҙҙы белдерегеҙ. Шул уҡ ваҡытта кескәйҙәргә ололарҙың ҡайһы бер нәмәләренә ҡыҫылырға ярамауын аңлатырға тырышығыҙ. Әгәр ҙә бала өлкәндәрҙең бөтөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алғанын асыҡ тойһа, күпкә тынысыраҡ була.
Үҙегеҙҙе ғаилә тарҡалыуҙа, шулай уҡ икенсе ир менән дуҫлашыуығыҙҙы ғәйепкә һанап, борсолаһығыҙҙыр. Ошо торошоғоҙ улығыҙға ла йоғонто яһап, уны шундай аҙымдарға этәреүе мөмкин. Ул атаһы менән айырылыуҙы бик ауыр кисереп, һеҙҙе лә шулай юғалтыуҙан ҡурҡыуы ихтимал. Бәлки, уға балалар психологының ярҙамы кәрәктер?
Күп нәмә тик үҙегеҙҙән тора. Балаларығыҙ менән мөнәсәбәттә “нимә тейеш”, ә “нимә тейеш түгел” сиктәрен аныҡ билдәләһәгеҙ, ике яҡ өсөн дә тынысыраҡ булыр. Шул уҡ мәлдә уларға етерлек кимәлдә иғтибар бүлеүсе, аңлаусы һәм яҡлаусы иң яҡын кеше булып ҡалырһығыҙ, тип ышанғы килә.

Земфира ҒӘЙФУЛЛИНА,
психолог.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға