«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Һалҡын тейеүҙән дауаланырғамы?



16.02.2018 Һалҡын тейеүҙән дауаланырғамы?

Һалҡын тейеүҙән дауаланырғамы?Һәр кем йылына бер тапҡыр ғына булһа ла һалҡын тейҙереп ауырый. Күптәр уға артыҡ иғтибар итеп бармай. Әммә белгестәр һәр ауырыуға яуаплы ҡарарға кәңәш итә. Ни өсөн?
Йүтәл, тымау, күҙҙәрҙең ҡыҙарыуы, тамаҡ ауыртыу – вируслы инфекцияға хас күренештәр. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, инфекция ауырыу­ҙарының 93 проценты киҫкен респиратор вируслы инфекцияларға тура килә.
Кешеләрҙең 90 проценты йылына кәмендә бер тапҡыр, халыҡса әйткәндә, һалҡын тейҙереп ауырый. Әммә шул уҡ ваҡытта, тирә-яҡтағылар­ҙы зарарлап, эшкә, уҡырға йөрөүен дауам итә. Күптәр үҙ аллы дауаланыуға өҫтөнлөк бирә. Киҫкен вируслы инфекцияны дауалау кәрәкме, юҡмы?

Танауҙан һыу аҡҡанда

Тымау иркен тын алырға ирек бирмәүе һәм һөйләшергә ҡамасаулауы менән уңайһыҙлыҡ тыу­ҙыра. Әммә эш унда ғына ла түгел. Берәүҙәрҙең ныҡ итеп башы ауырта, икенселәрҙә тиҙ ара­ла синуситҡа йә гай­моритҡа күсеүе ихтимал. Шун­лыҡтан тымауға ҡаршы дарыуҙан баш тартыр­ға ашыҡмағыҙ. Әммә, белгестәр фекеренсә, уларҙың иң көслөләрен киҫкен осраҡҡа ҡалдырып, бер аҙ сикләргә мөмкин. Ә танауҙан һыу аға башлағас, иң тәүҙә уны тоҙло һыу менән сайҡатырға була.
ОРВИ-ның тағы бер билдәһе – йүтәл. Уны еңеләйтеү һәм артабан көсәйеүгә юл ҡуймау инфекцияның аҫҡы тын юлдарына күсеү хәүефен кәметә. Белгестәр әйтеүенсә, йүтәл башланған көндән алып ете көн эсендә тулыһынса дауаланып бөтөргә тейеш. Балаларҙа ул саҡ ҡына оҙағыраҡ – ун көнгә тиклем дауам итеүе мөмкин. Шуға күрә ОРВИ ваҡытында йүтәлгә ҡаршы дарыу мотлаҡ ҡулланылырға тейеш. Иң мөһиме – һайлаған дарыуығыҙ үҙәк нервы системаһына һәм эсәктәрҙең моторикаһына зыян килтермәһен.

Антибиотик эсергә яраймы?

Киҫкен респиратор вируслы инфекцияға, шул иҫәптән киҙеүгә ҡаршы антибиотиктың файҙаһы булмаясаҡ. Был осраҡта уларҙы ҡулланыу хатта хәүефле лә. Антибиотиктарҙы нигеҙһеҙ ҡулланыу организмдың микробтарға ҡаршы тороу көсөн кәметеүгә килтереүе бар һәм етди сир эләктергәндә был дарыуҙың һөҙөмтәһе булмай.
Антибиотикты табип ҡына тәғәйенләргә тейеш. Ҡағиҙә булараҡ, улар вирусҡа бактериялы инфекция ҡушылһа ғына антибиотик эсергә тәҡдим итә. Сөнки ул өҫкө һәм аҫҡы тын юлдарының өҙлөгөүенә килтереү менән янай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға