«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Яңы тыуған сабыйҙың быуынын нисек ултыртырға?



28.11.2017 Яңы тыуған сабыйҙың быуынын нисек ултыртырға?

Яңы тыуған сабыйҙың быуынын нисек ултыртырға?Минең бәпесемә ике ай. Уның бер аяғы икенсеһенән бер сантиметр­ға ҡыҫҡараҡ. Табипҡа күренгәндә, хирург, уның тыумыштан янбаш һөйәге сыҡҡан, тине. Тыумыштан баланың быуыны ҡаймығыу нимәнән була? Сабыйыма нисек ярҙам итә алам? Ошо һорауҙарға яуап бирһәгеҙ ине.
Сөмбөл.
Ҡариҙел районы.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был – йыш осраған ауырыуҙарҙың береһе. Нигеҙҙә, ул нәҫелдән килә. Сәбәбе – янбаш быуыны дисплазияһы, йәғни быуын ултыра торған урындарҙың яҡшылап үҫешеп етмәүе.
Диагноз ҡуйылыу менән дауалауҙы мөмкин тиклем иртәрәк башлау мөһим. Сабыйҙың тәүге көндәренән үк махсус талыҡ (шина) ҡуйыла. Әгәр ҙә балаға бер йәш тулып уҙа икән, быуынын улай еңел генә ултыртып булмай. Был осраҡта операция эшләргә тура килә. Ғәҙәттә, уны ике йәштән һуң яһайҙар. Ҡатмарлы осраҡтар булғанда бер йәштән һуң да хирургик дауалау ысулы ҡулланыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға