«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Пародонтоздан



16.11.2017 Пародонтоздан

Пародонтоздан
Теш ҡаҙнаһын нығытыу өсөн ябай ғына бер рецепт тәҡдим итмәксемен. Бер үк күләмдә ваҡ тоҙ менән бал алыр­ға һәм бергә ҡушып бутарға. Ошо ҡатнашманы теш ҡаҙнаһына һеңдергәнсе ыуырға. Ҡанһырауы бөткәнсе көн һайын һөртөргә мөмкин, һуңынан аҙнаһына бер тапҡыр ҙа ярай. Тәүге көндәрҙә бигүк оҡшап та етмәҫ, әммә һуңынан тиҙ үк өйрәнеп китәһең.

Зилә.
Мишкә районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға