«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Газлы эсемлектәрҙең зыяны нимәлә?



28.09.2017 Газлы эсемлектәрҙең зыяны нимәлә?

Газлы эсемлектәрҙең зыяны нимәлә?Пепси-кола, кока-кола, фанта кеүек газлы һыуҙарҙың зыянлы икәнен барыбыҙ ҙа белә. Зыяны нимәлә – бына быныһын инде барыһы ла белеп бөтмәйҙер. Беренсенән, шәкәре күп, ә белеүебеҙсә, ул ҡанда глюкоза кимәлен күтәреп, диабетҡа һәм һимереүгә килтереүе мөмкин. Эш унда ғына ла түгел, эсемлеккә ҡушылған тәмләткестәрҙә. Улар организмда һыуҙы тотҡарлай һәм шешенеүгә килтерә. Бынан тыш, аш эшкәртеү процесына кире йоғонто яһай. Шунлыҡтан диетологтар, шәкәрле газлы эсемлектәргә ҡарағанда, ябай һыуға һәм тәбиғи һуттарға өҫтөнлөк бирергә ҡуша.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға