«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Баш ауыртыуҙан тиҙ ярҙам



09.09.2017 Баш ауыртыуҙан тиҙ ярҙам

Баш ауыртыуҙан тиҙ ярҙамВаҡыты-ваҡыты менән башым ауыртып ыҙаланам. Ауыртыу иртәнсәк айырыуса көслө була, көндөҙ үҙгәрә, хатта әүҙемлегемде лә юғалтмайым кеүек. Ҡайһы бер осраҡта баш менән бергә елкә, яурындар, баш тиреһе ауыртҡан һымаҡ булып китә. Ғәҙәттә, аҡыл көсөргәнешенән, кире эмоциялар­ҙан, көйәләнгәндән һуң шулай башым ауырта. Мин был ауыртыуҙы тын алыу күнекмәләре менән баҫырға өйрәнеп алдым.

Башым ауырта башлау менән иҙәнгә бәләкәй келәм түшәп, арҡама ятам, баш аҫтына мендәр һалам. Ҡулдарҙы ике яҡҡа йәйеп, уйым менән ял итергә тырышам. Шунан яйлап ҡына танау менән тын ала башлайым. Һауа тәүҙә эскә үтеп инә, шунан күкрәк ситлегенә, аҙаҡ инде тамаҡҡа тип күҙ алдына килтерергә тырышырға кәрәк. Тынды сығарғанда ла, һауа менән бергә “насар энергия” ла организмдан сыға, тип күҙ алдына килтереп, яйлап ҡына сығарырға.
Тын алыуға ғына иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ, шул уҡ ваҡытта артыҡ дөрөҫ итеп тын алырға ла тырышмағыҙ. Тын алыу әкрен һәм тәбиғи булырға тейеш. Бер аҙҙан мускулдар бушап, ауыртыу кәмер, башығыҙ, күҙегеҙ асылып киткәндәй тойолор.
Һөҙөмтәне нығытыу өсөн был күнегеүҙе бер нисә тапҡыр ҡабатлағыҙ. Ул ҡан баҫымы бер күтәрелеп, бер төшөп торғанда, йөрәк тибеше йышайғанда, йоҡоһоҙлоҡ йонсотҡанда һәм артыҡ ҡуҙғыусанлыҡтан да ярҙам итә.
Нәзирә.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға