«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Муйынға мөхәббәт



10.08.2017 Муйынға мөхәббәт

Муйынға мөхәббәт
Муйынды яратмайбыҙ шикелле беҙ. Яратһаҡ, уны ҡәҙерләр инек. Әлдә ҡатын-ҡыҙҙар онотҡанда бер булһа ла муйынына крем һөртә, ирҙәрҙең иһә уны һылап-һыйпап ултырғанын күргәнегеҙ бармы? Ай-һай, шикләнәм.

Беҙ яратмағас, муйын да беҙгә һалҡыная, ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә: зарлы шағыр-шоғор килә башлай, башты борорға теләмәй шыҡырайып ҡата, иңбаш мускулдарына ауыртыуын төшөрә, башты сиргә батыра... Ни рәхәтләнеп телевизорҙан яратҡан сериалды ҡарап булмай, ни йүнләп компьютерға йәбешергә ирек юҡ, хатта йоҡоноң рәте китә. Бындай күңелһеҙлектәргә юлыҡмаҫ борон йәштән муйынға етерлек иғтибар бүлергә кәрәк икән. Муйын менән килешеп йәшәйем тиһәң, көнөнә бер күнекмә яһау ҙа етә, имеш.
Бына тап хәҙер, гәзиттән айырылмай ғына, ауыҙығыҙға ҡәләм ҡабығыҙ ҙа, һауала “А”-нан “Я”-ғаса хәрефтәрҙе яҙып сығығыҙ. Бер юлы алфавитты ла хәтерегеҙгә төшөрөрһөгөҙ. Умыртҡа һөйәгенең муйын бүлеге һеҙгә рәхмәтле булыр.
Башҡорт алфавитында хәрефтәр күп, ҡырҡ ике дана, тип ялҡауланып, рус алфавитын ғына “яҙырға” теләүселәргә шуны әйтер инем: әлдә ҡытай түгелбеҙ, тип
ҡыуанығыҙ – уларға кәмендә 10 мең иероглифты сыймаҡларға кәрәк. Уларын яҙам тип, муйынды һындырырғамы? Хәйер, һыныуын һынмаҫ, мускулдары нығынып, үгеҙҙеке кеүек еллегә әйләнер. Ә муйынға, бәлки, шул кәрәктер ҙә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға