«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ни өсөн тире ҡысыта?



09.06.2017 Ни өсөн тире ҡысыта?

Ни өсөн  тире ҡысыта?Өсөнсө йыл тирем ҡысытып йонсойом. Ниндәй генә табипҡа күренеп ҡараманым, файҙаһы булманы. Бының сәбәбе нимәнән була һәм унан нисек ҡотолорға? Зинһар, ошо һорауға яуап бирегеҙ әле.

М. ЗАҺИТОВА.
Бәләбәй районы.

Иң беренсе сиратта, шуны аңларға кәрәк: тән ҡысытыу ауырыу түгел, ә ниндәйҙер ауырыуҙың билдәһе генә булыуы ихтимал. Шуға күрә дауалауҙы башлар алдынан дөрөҫ диагноз ҡуйыу мөһим. Бының өсөн тейешле анализдар тапшырып, ентекле тикшереү үтергә кәрәк. Ҡысытыу ҙа төрлөсә була: тиренең айырым бер өлөшө генә, йә булмаһа, тотош тән ҡысыта. Тәүгеһенең сәбәбе ҡорсаңғы, педикулез, кесерткән биҙгәге, нейродермит кеүек тире ауырыуҙарына бәйле булыуы мөмкин. Үтә һиҙгер тире һыуыҡтан да, эҫенән дә ҡысыта.
Ә инде тотош ҡысытыуҙың сәбәбен шәкәр диабеты, ашҡаҙан-эсәк тракты шеше, ҡалҡан биҙе эшмәкәрлеге боҙолоуы, бөйөр, бауыр, лимфа төйөндәре сирҙәре кеүек етди ауырыуҙарҙан эҙләргә кәрәк. Ошонан сығып, шундай һығымта яһарға мөмкин: оҙаҡ ваҡыт тән ҡысытыуы менән интеккән кеше етди тикшерелергә тейеш. Иң беренсе сиратта дерматологҡа күренеп, паразитар ауырыуҙарҙың булыу-булмауын асыҡлау мөһим. Артабан инде башҡа белгестәргә мөрәжәғәт итергә. Дауалау ҡысытыуҙың сәбәбенә ҡарап ҡына билдәләнә. Әммә туҡланыу рационынан тоҙло-боросло ризыҡ­тар­ҙы, ҡаты сәй менән ҡәһүәне кәметкәндә, төнгөлөккә тынысландырыусы медицина препараттары һәм халыҡ медицинаһы сараларын ҡулланғанда ҡысытыуҙан бер аҙ арынырға мөмкин. Шулай уҡ тирене календула төнәтмәһе менән ыуырға була. Имән ҡайырыһы, мәтрүшкә ҡушып әҙерләнгән ванналар ҙа бер аҙ баҫа.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға