«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ҡандағы шәкәр кимәлен нисек кәметергә?



03.06.2017 Ҡандағы шәкәр кимәлен нисек кәметергә?

Ҡандағы шәкәр кимәлен нисек кәметергә?
Ҡарабойҙай менән кефир
Кистән бер стакан ҡарабойҙай ярмаһын йыуып, таҙартып, өҫтөнә 0,5 л кефир ҡойоп әҙерләп ҡуйырға. Йоҡонан торғас, шуның яртыһын – иртәнге аш урынына, ҡалған өлөшөн йоҡлар алдынан ашарға кәрәк. Башҡа ваҡытта ғәҙәттәгесә туҡланырға. Ун көн ошондай кефир эскәндән һуң, ун көн ял итеп, унан тағы ҡабатларға.
- Ял ваҡытында көнөнә бишәрҙән өрөк сәтләүеге ашағанда файҙаға ғына. Бер айҙан һуң ҡандағы шәкәр кимәлен тикшертергә мөмкин, ул кәмергә тейеш. Ул ғына ла түгел, ул ҡан тамырҙарын нығытып, холестерин кимәлен кәметеүгә лә булышлыҡ итә.

Бюргер күнегеүҙәре ярҙамында
Күнегеүҙе иртән йоҡонан уянғас та эшләргә кәрәк. Ятҡан килеш аяҡтарҙы 30 см бейеклеккә күтәреп, 3 минут шул килеш тоторға. Һуңынан уларҙы иҙәнгә төшөрөп, карауат ситенә ултырырға. Аяҡтарға ҡан барһын өсөн өс минут шулай ултырырға кәрәк. 10 – 15 минут буйы берсә ятып, берсә ултырып, ошо күнегеүҙәрҙе көн һайын ҡабатларға.

Лимон менән сей йомортҡа

Бер лимон һутын һәм сей йомортҡаны ҡушып бутар­ға, килеп сыҡҡан ҡатнашманы иртәнсәк ас ҡарынға эсергә. Дауаланыу курсы – өс көн. Шунан ун көн туҡтап торғандан һуң, тағы өс көн эсергә мөмкин.

Лавр япрағы
10 лавр япрағын алып, бер стакан ҡайнар һыу ҡойор­ға һәм йылы урында бер тәүлек төнәтергә. Был төнәтмәне ашарҙан ярты сәғәт алда 1/4 стакан эсергә. Лавр япрағы төнәтмәһен ике аҙна эсергә кәрәк. Ул шулай уҡ ашҡаҙан аҫты биҙе эшмәкәрлегенә лә ыңғай йоғонто яһай.

Куркума
Ҡандағы шәкәр кимәлен куркума бик яҡшы төшөрә. Бының өсөн бер семтем тәмләткескә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, шуны иртәле-кисле эсергә. Уны төрлө ашамлыҡ әҙерләгәндә лә ҡушырға мөмкин. Куркума шулай уҡ ҡанды таҙарта, аш эшкәртеү процесын да яйға һала.

Уҫаҡ ҡайырыһы
Ике ҡалаҡ уҫаҡ ҡайырыһына ике стакан һыу ҡойоп, ярты сәғәт талғын утта бешерергә. Һуңынан термоста йә йылы урынға ҡуйып, 2 – 3 сәғәт төнәтергә. Был төнәтмәне ашарҙан бер нисә минут алда эсергә кәңәш ителә. Ул ҡандағы шәкәр кимәлен бик тиҙ төшөрә.
lКөртмәле емешен, кесерткән япрағын һәм бәпембә тамырын бер үк күләмдә алып, ҡайнар һыу ҡойоп, термоста төнәтергә. Килеп сыҡҡан төнәтмәне көн дауамында яртышар стаканлап эсергә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға