«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Табиптарҙы ауылға йәлеп итеү мөһим



18.12.2010 Табиптарҙы ауылға йәлеп итеү мөһим

Рөстәм Хәмитов Мәсәғүттә яңы район дауаханаһы төҙөлөшө майҙансығын ҡарағанда, ауыл еренә йәш табиптарҙы торлаҡ һәм автомобилдәр менән йәлеп итергә кәрәк, тигән тәҡдимен әйтте.
Сөнки был дауаханала кадрҙарға ҡытлыҡ бар. Ә йыл һайын Дыуан районынан бер нисә кеше Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә, уҡып бөткәндән һуң Өфөлә һәм башҡа ҡалалар­ҙа эшкә урынлаша. Сәбәбе – ҡалала карьера һәм күберәк аҡса эшләү мөмкинлеге ҙурыраҡ.
Президент бындай дәүләт ярҙамын башҡа тармаҡтағы йәш белгестәргә лә күрһәтеү мөһимлегенә баҫым яһаны.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға