«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Гастрит: төрҙәре һәм дауалау ысулдары



18.05.2017 Гастрит: төрҙәре һәм дауалау ысулдары

Гастрит:  төрҙәре һәм дауалау ысулдарыБилдәләре
Гастрит булғанда ашҡаҙандың лайлалы ҡатламы шешә һәм ҡыҙара, унда күп ҡатлы бөрмә барлыҡҡа килә. Ашҡаҙан һуты күп бүленеп сығыу сәбәпле, кикертә башлай. Киҫкен гастрит, ғәҙәттә, ҡапыл башлана: ныҡ итеп күңел болғана, уҡшыта, эс ауырта, ауыҙҙа шайыҡ йыйыла, хәл бөтә, температура ла күтәрелеүе мөмкин. Сирҙең бер нисә сәғәт йә нисәлер көн дауам итеүе ихтимал. Ауырыу уға этәргес биреүсе факторҙың йоғонтоһо бөтөү менән үҙенән-үҙе туҡтай. Ә ауыр осраҡтарҙа дарыуҙар менән дауалайҙар.

Сәбәбе
Ашҡаҙандың лайлалы ҡатламы төрлө сәбәптәр арҡаһында елһенеүе ихтимал. Көслө стрестан, нимәлер ашап ағыуланыуҙан да була. Шулай уҡ ҡайһы бер дарыу­ҙар ҙа насар йоғонто яһай. Мәҫәлән, аспирин. Тәмәкеселәр араһында ла гастрит менән интегеүселәр йыш осрай, сөнки никотин да ашҡаҙан өсөн насар. Дөрөҫ туҡланмау ҙа ауырыуҙың барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булыуы мөмкин. Ҡайһы бер осраҡта ауырыу бысраҡ йәшелсә-емештән эләккән бактерияларҙан башлана.

Дауалау
Киҫкен гастрит булғанда ашҡаҙанды йыуҙыртыу, таҙартыу талап ителә. Бының өсөн эсте йомшартыусы дарыуҙар эсеп, бер-ике көн ашамай торорға кәрәк. Артабан 4 – 5 көн буйы еңелсә генә туҡланырға кәңәш ителә.

Ҡасан табипҡа мөрәжәғәт итергә?
Эс ауыртыуы бер нисә көн бөтмәй, туҡтауһыҙ уҡшыта һәм ҡоҫтора икән, мотлаҡ табипҡа күренергә кәрәк. Эс китеү ҙә организмдың кибеүенә килтереү ҡурҡынысы менән янай. Шуға күрә был осраҡта ла табип консультацияһы талап ителә. Айырыуса был кескәй балаларға ҡағыла.

Хроник гастрит
Йыш ҡына хроник гастриттың үҙен артыҡ белдермәй генә үтеүе ихтимал. Ғәҙәттә, уны медицина тикшереүе үткәндә асыҡлайҙар. Диагнозды ашҡаҙандың лайлалы ҡатламына лаборатор тикшереү үткәреп кенә асыҡларға мөмкин. Уның билдәләре: аппетит булмай, ашағандан һуң эс ҡабарыу тойғоһо. Был сир йыш ҡына тәбиғи ҡартайыу процесының эҙемтәһе була, шуға күрә ул күберәк оло йәштәгеләрҙә күҙәтелә.

Ауырыуҙы иҫкәртеү
- Ашты ныҡ эҫе килеш ашарға һәм үтә һыуыҡ эсемлектәр менән мауығырға ярамай.
-Аҙыҡты йотор алдынан яҡшы итеп сәйнәргә кәрәк.
-Йәшелсә-емеште ашар алдынан яҡшы итеп йыуығыҙ.
- Алкоголле эсемлектәр һәм тәмәке менән артыҡ мауыҡмағыҙ
- Крандан һыу эсмәгеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға