«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Цистит – ҡатын-ҡыҙҙар ауырыуы



09.03.2017 Цистит – ҡатын-ҡыҙҙар ауырыуы

Цистит  – ҡатын-ҡыҙҙар ауырыуыЦистит менән, нигеҙҙә, ҡатын-ҡыҙ ауырый. Медицина статистикаһы күрһәтеүенсә, гүзәл заттың 30 процентында бәүел ҡыуығының елһенеүе күҙәтелә һәм уларҙың һәр береһе тиерлек үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла киҫкен цистит кисергән.
Ир-егеттәрҙә оло йәштә генә цистит булыуы мөмкин. Был сир простатитҡа һәм простата биҙе шешенә килтереүе ихтимал.
Бәүел ҡыуығының лайлалы ҡатламы елһенеүгә төрлө бактерия, вирус, микоплазма, хламидия сәбәпсе була. Әммә төп урында эсәктә йәшәүсе бактериялар тора. Тап улар 80 – 90 процент осраҡта һейҙек юлдарында инфекция таралыуға булышлыҡ итә.
Бынан тыш, йөклөлөк, бала табыу, стресс, һалҡын тейҙереү ҙә циститҡа килтерә. Киҫкен цистит һалҡын алдырғандан һуң бик тиҙ килеп сыға. Уның билдәләре – йыш-йыш тышҡа сыҡҡы килә, ауыртыу барлыҡҡа килә, бәүелдең төҫө үҙгәрә, ҡайһы саҡта унда ҡан таптары ла күренеүе мөмкин. Шулай уҡ йоҡо боҙола, физик әүҙемлек һәм эшкә һәләтлелек кәмей.
Цистит гинекология һәм урология ауырыу­ҙарын аҙаҡҡаса дауалап бөтмәүҙән дә була. Әгәр сирҙе ваҡытында дауаламаһаң, ул хроник формаға күсеп, уны дауалау тағы ла ауырлаша.
Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда киҫәтеү яҡшыраҡ, тиҙәр. Цистит булмаһын тиһәгеҙ, түбәндәге кәңәштәргә иғтибар итегеҙ.
- Ғәҙәти режимда кеше тәүлегенә 1,5 – 2 литр һыу эсә. Был осраҡта тәүлегенә 5 – 6 тапҡыр кесе ярау итергә кәрәк. Юғиһә бәүел ҡыуығында һейҙек тотҡарланып, унда инфекция көсәйеү ихтималлығы арта.
- Оҙаҡ ваҡыт эш өҫтәле артында ултырыр­ға тура килһә, ярты сәғәткә эшегеҙҙе туҡтатып, тәнегеҙҙе яҙып, бер аҙ атлап йөрөп алырға онотмағыҙ.
- Иң яҡшы профилактика – гигиена. Иртәле-кисле генә тәһәрәтләнеү етмәй, бәҙрәфкә барған һайын йыуып-таҙарыныу бер ҙә зыян итмәй.
- Йылы кейенеп йөрөү мөһим. Иң беренсе сиратта аяҡтар, бил һәм билдән аҫтағы ағзалар йылыла булырға тейеш.
- Туҡланыуға ла иғтибар итергә кәрәк. Рационда тоҙло-боросло, ҡыҙҙырылған, майлы ризыҡтар булмаһын. Ауырыуҙың тәүге билдәләре күренә башлау менән ҡыҙыл көртмәле менән мүк еләге ашарға кәңәш итәләр. Был емештәрҙә микробтарға ҡаршы ҙур көскә эйә булыусы бензой кислотаһы бар. Ул бактерияларҙың, бәшмәктәрҙең һәм вирус­тарҙың үҫешен тотҡарлай. Ҡыҙыл көртмәле емешенән әҙерләнгән морс бөйөрҙө таҙарта һәм организмдан бәүел менән бергә зыянлы матдәләрҙе ҡыуып сығара.
- Морс әҙерләү өсөн 100 г ҡыҙыл көртмәле һәм 50 г мүк еләге алына. Уларҙы иҙеп, һутын һығып алырға һәм һыуытҡысҡа ҡуйыр­ға. Емештең ҡалдыҡтарына бер литр һыу ҡойоп, 5 – 10 минут ҡайнатып, ярты сәғәт төнәткәндән һуң һөҙөргә. Шуға һыуытҡыс­тағы һутын, 50 – 100 г бал ҡушып болғатырға. Морсты 2 – 3 ай дауамында көнөнә 3 – 4 тапҡыр 0,5 – 1 стакан эсергә.
- Шулай уҡ ҡыҙыл көртмәле менән мүк еләге һутының кишер һуты менән ҡушылмаһы ла яҡшы һөҙөмтә бирә.
- Миҙгелендә күберәк ҡарбуз ашап ҡалыр­ға тырышығыҙ.
- Киҫкен һәм хроник циститтан үләндәр төнәтмәһе ярҙам итә.
- Бер ҡалаҡ талҡан емеш (эт еләге) япрағын 0,5 литр һыуҙа ҡайнатып, һөҙөргә. Көнөнә һәр 3 – 4 сәғәт һайын берәр ҡалаҡ эсергә.
- Бер ҡалаҡ кукуруз емешлек ауыҙына (рыльце) бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп төнәтергә. Ашарҙан ярты сәғәт алда берәр ҡалаҡ эсергә.
- Көнөнә 3 – 4 тапҡыр 1/4 стакан аҡсәскә төнәтмәһен йылы килеш кенә эсергә- (1 стакан һыуға бер ҡалаҡ сәскә алына).
Киҫкен цистит булғанда үҙ аллы дауаланыу менән шөғөлләнергә ярамай, гинекологҡа йәки урологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғәҙәттә, табип бактерияларға ҡаршы 5 – 7 көнлөк дауалау курсы тәғәйенләй. Ошо дауалау осоронда көн һайын 1 – 2 стакан кефир, йогурт, ацидофилин эсергә онотмағыҙ. Дауаланыу курсынан һуң бер-ике аҙна үләндәр төнәтмәһе эсеүҙе дауам итегеҙ.
Кемдәрҙең бөйөрө менән проблемаһы бар, уларға ҡыҙыл көртмәле менән мүк еләген мөмкин тиклем йышыраҡ туҡланыу рационына индерергә кәңәш итәләр. Был емештәрҙе салаттарға, кәбеҫтә тоҙлағанда ҡушырға мөмкин. Ҡыҙыл көртмәлене ит менән дә ҡушып бирәләр. Улар, яҡшы һаҡланған витаминдар, микроэлементтар, органик кислоталар сығанағы булараҡ, көҙ һәм ҡыш миҙгелдәрендә сәләмәт кешеләргә лә бик файҙалы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға