«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Тәмәке урынына – һыу



13.12.2016 Тәмәке урынына – һыу

Тәмәке  урынына – һыу
60-сы йылдарҙа армияла хеҙмәт иткәндә аҡсамды тәмәкегә бөтөрә торғайным. Бер ваҡыт ниндәйҙер гәзиттә “Нисек тәмәкене ташларға?” тигән мәҡәлә ҡулыма килеп эләкте. Миңә ул ысул ярҙам итер кеүек тойолдо һәм һынап ҡарарға булдым. Файҙаһы булды, бына 12 йыл инде тартҡаным юҡ. Был ысул буйынса тәмәке ташларға уйлаһаң, иң тәүҙә берәй иҫтәлекле көндө (тыуған көн йә туй көнө һ.б.) һайларға һәм уның алдынан туйғансы тәмәке тартырға һәм ҡалған тәмәке бөртөктәре менән шырпыны ташларға кәрәк. Иртәнсәк, ғәҙәттәгесә, тәмәке тартыр ваҡыт етһә, уның урынына күпме теләйһең, шунса һыу эсергә. Һуңынан еңелсә иртәнге аш ашарға, тик сәй урынына һалҡын һыу эсергә. Көн дауамында тәмәке тартҡы килгән һайын һалҡын һыу эсергә. Беренсе көн түҙҙең икән, тимәк, уңыштың 50 проценты булды, тигән һүҙ. Ике аҙна түҙһәң, был алама ғәҙәттән арынаһың. Был ысулдың һөҙөмтәлелеге шунда: күп итеп һыу эскәндә организмдан тәмәке тартҡанда никотинды нейтралләштереү өсөн бүленеп сыҡҡан матдәләр йыуылып сыға. Әгәр ҙә һыуһыҙ ғына тәмәкене ташлап маташаһың икән, ул матдәләр организмда ҡалып, ағыуҙың үҙ порцияһын талап итәсәк һәм тартҡы килеү теләге көсәйәсәк.
Таһир.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға