«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Нимә ул “ялған быуын”?



27.11.2016 Нимә ул “ялған быуын”?

Нимә ул “ялған быуын”?Ҡустыма 19 йәш. Бер ҡулын бер нисә тапҡыр һындырҙы. Өс тапҡыр операция үткәрҙе. Әле күптән түгел тағы шул ҡулын һындырғайны, бер айҙан һуң ялған быуын барлыҡҡа килде. Дүртенсегә операция эшләтергә ҡурҡабыҙ, бәлки, башҡа дауалау ысулы барҙыр?
Гөлнара.
Илеш районы.

Һөйәк ярсыҡтары араһына йомшаҡ туҡыма ҡыҫылһа, ялған быуын барлыҡҡа килеп, һөйәктең берегеүенә ҡамасаулай. Уны операцияһыҙ алып булмай. Артабан, барыһы ла уңышлы үтеп, ҡаза күреүсе йүнәлеп китһә, кальций алмашыныуына иғтибар итегеҙ. Һөйәк туҡымаһын нығытыу өсөн Д төркөмө витаминдарын һәм кальций препараттарын эсеү файҙалы. Уларҙың һөҙөмтәлелеген тикшереү өсөн денситометрия (һөйәктең тығыҙлығын билдәләү) үткәреү кәрәк. Физиотерапия тураһында ла онотмағыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға