«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Бәлә әҙәм башынан йөрөй...



27.11.2010 Бәлә әҙәм башынан йөрөй...

Бәлә әҙәм башынан йөрөй...Интернет мөмкинлектәренең сикһеҙ булыуына шатланып, Мәскәү башҡорттары сайты директоры Марат Булатовтың беҙгә, «Йәшлек»тәргә, күстәнәс итеп ебәргән хатын, башҡортсаға тәржемә итеп, гәзит уҡыусыларыбыҙға ла еткермәксе булдыҡ. Сөнки, халыҡ әйтмешләй, бәлә ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй.

Инсульт икәнен нисек белергә?
Тәбиғәткә ял итергә сыҡҡайныҡ. Китеп барған ерҙән дуҫымдың ҡатыны ҡапыл ергә ҡоланы. «Ашығыс ярҙам» саҡырайыҡ, тигән тәҡдимебеҙгә ул: «Юҡ, юҡ, бер нәмә лә булманы, барыһы ла яҡшы. Ташҡа ғына эләктем – яңы аяҡ кейемемә өйрәнеп етә алмайым», – тигән булды. Уға торорға ярҙам иттек, һәм ул, тәбиғәт хозурлығынан рәхәтлек алып, ял итеүен дауам итте.
Өйҙәребеҙгә таралышҡас, ду­ҫым­ ҡатынын «Ашығыс ярҙам» менән дауаханаға алып китеүҙәре һәм киске сәғәт 6-ла уның вафат булыуы тураһында хәбәр итте. Баҡһаң, ул тәбиғәттә ял иткән ваҡытта инсульт кисергән икән.
Әгәр ҙә беҙ инсульт билдәләрен күрә белгән булһаҡ һәм, табип-невролог әйткәнсә, өс сәғәт эсендә ярҙам итһәк, йәш ҡатын иҫән ҡалған булыр ине.

Инсультты нисек белергә һуң?
Бының ябай ғына өс төп алымы бар һәм уны УЗП тип йөрөтәләр:
У (йәғни улыбнуться): бәләгә ҡалған кешенән йылмайыуын үтенегеҙ.
З (йәғни заговорить): асыҡ итеп тулы һөйләм менән һөйләшеүен үтенегеҙ. Мәҫәлән: бөгөн көн матур.
П (йәғни поднять): ике ҡулын да өҫкә күтәреүен һорағыҙ.
Быларҙан тыш, инсультты тағы ла бер юл менән белеп була: телен сығарып күрһәтеүен һорағыҙ. Әгәр ҙә теле ҡыйшайған булһа, йә теге-был яҡҡа һәленеп төшһә, тимәк, был инсульт билдәһе. Тиҙ генә «Ашығыс ярҙам» саҡырығыҙ һәм килеп еткән медицина хеҙмәткәрҙәренә ауы­рыу­ҙың билдәләре тураһында һөйләп бирегеҙ.

Инфарктты нисек үткәрергә?
Әйтәйек, әле киске сәғәт алты ти. Һеҙ ауыр эш көнөнән һуң яңғыҙ ғына өйгә ҡайтып бараһығыҙ. Арығанһығыҙ, йонсоғанһығыҙ. Өҫтә­үенә, етәксегеҙ менән ыҙғышып та алған­һығыҙ...
Бер ваҡыт күкрәгегеҙ тәңгәлендә ҡа­пыл ауыртыу һиҙәһегеҙ. Ауыртыу ҡулы­ғыҙ­ға һәм муйынығыҙға би­рә. Өйө­гөҙ­ҙән алыҫ түгел генә дауахана барлығын белә­һегеҙ ҙә ул, тик унда нисек итеп барып етеү форсатын белмәйһегеҙ. Табиптарҙың әйтеүенсә, йөрәге ауыртҡан кеше 10 секундтан аңын юғалта. Нимә эшләргә?
ҡурҡмағыҙ, шәп-шәп һәм көслө итеп йүтәлләгеҙ. Һәр йүтәл алдынан тәрән итеп тын алығыҙ. Йүтәлегеҙ тәрән, күкрәгегеҙ төпкөлөнән һәм оҙайлы (ҡаҡырғансы) булырға тейеш.
Тын алыуҙы һәм йүтәлләүҙе яҡынса ике секунд һайын өҙлөкһөҙ, йөрәгегеҙ һәүетемсә тибә башлағансы ҡабатларға.
Тәрән һулыш үпкәләргә кислород илтә, ә йүтәл йөрәкте ҡыҫылырға мәжбүр итә, һөҙөмтәлә ҡан әйләнеше шәбәйә һәм йөрәк тибеше нормалләшә. Ошолай эшләгәндә, дауаханаға барып етеүегеҙ ихтимал.
Минең менән инфаркт булыуы мөмкин түгел, тип уйламағыҙ. Сөнки бөгөнгө йәшәү ритмында был ауырыу хатта 25 – 30 йәшлектәрҙе лә ситләп үтмәй. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм ауырыуҙарҙы иҫкәртә белегеҙ.

Марат БУЛАТОВ.
Мәскәү ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға