«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Иммунитет менән һаҡ булырға кәрәк!



31.10.2014 Иммунитет менән һаҡ булырға кәрәк!

Иммунитет менән  һаҡ булырға кәрәк!Иммунитетты формалаштырыу­ҙа лимфа төйөндәренең әһәмиәте ҙур. Улар тәнебеҙҙәге сит матдәләрҙе даими рәүештә фильтрлап тора.

Ғәҙәттә иммун системаһы беҙҙе күп кенә бәләнән – вируслы һәм бактериялы инфекцияларҙан, хатта яман шештән дә һаҡлай. Әммә шундай ҡатмарлы һәм ышаныслы булыу­ға ҡарамаҫтан, беҙҙең иммунитет тотороҡло түгел, бигерәк тә ҡояш һәм витаминдар етешмәгән миҙгелдәрҙә ныҡ ҡаҡшауы мөмкин.

Әгәр ҙә иммунитетығыҙҙы нығытырға кәрәклеген һиҙәһегеҙ икән, тимәк, рационығыҙ­ҙы төрлөләндерергә кәрәк. Күптәр иммунитетты күтәреүсе препараттар менән дауаланырға ашыға. Улар, ысынлап та, иммун системаһының эшмәкәрлеген тотороҡландыра, уны нығыта. Әммә бындай препараттар бөтә сирҙәрҙән дә дауа түгел. Бынан тыш, иммунитетты һаҡлыҡ менән генә көйләү мөһим. Эш шунда: иммунитетты күтәреүсе дарыуҙы күп эсеү организмдың тәбиғи ре­сурстарға (ферменттарға һәм баш­ҡа кәрәкле матдәләргә) ярлыланыуына килтерә. Һөҙөмтәлә иммунитет күпмелер ваҡытҡа хәлһеҙләнә.

Организмды нығытыусы препараттарҙы оҙаҡ ваҡыт ҡабул итеүҙең иммун әүҙемлеген бөтөнләй кәметеүе ихтимал. Ә был инде организм иммунитетты стимуллаштырыусы препараттарҙы даими ҡабул итеүгә мохтаж булып ҡала тигән һүҙ.

Р. ТАЙСЫНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға