RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Дуҫлыҡ»ҡа гел килге килеп тора», – ти Йылайыр районында урынлашҡан балалар лагерында ял итеүселәр

27.06.2014 «Дуҫлыҡ»ҡа гел килге килеп тора», – ти Йылайыр районында урынлашҡан балалар лагерында ял итеүселәр

«Дуҫлыҡ»ҡа гел килге килеп тора», – ти  Йылайыр районында урынлашҡан балалар лагерында ял итеүселәрЙылайыр районының Һынташ ауылы тәбиғәттең хозур мөйөшөндә урынлашҡан. Тирә-яғында тау-урмандар, яҡында ғына Һаҡмар йылғаһы аға. Арыраҡ урын алған “Дуҫлыҡ” лагеры ла шул матурлыҡҡа йәм өҫтәй. Ҡаянан ҡаяға ҡаҡлығып, тағы ла көсәйә төшкән балаларҙың шат тауышы ундағы йәнле тормошто күҙ алдына баҫтыра.

– Балаларҙың ялын ҡыҙыҡлы һәм файҙалы уҙғарыу өсөн бар мөмкинлектәр булдырылған, – тип ҡаршы алды өлкән вожатый Әлфиә Солтанова. – Әлеге ваҡытта бында райондың төрлө ауылдарынан 69 бала ял итә. Бер нисә көндән 120 кешене ҡабул итергә әҙерләнәбеҙ. Ә өсөнсөһөнә иһә күрше Ейәнсура менән Хәйбулла райондары уҡыусыларының да килеүе көтөлә.

Лагерҙа һәр минутты фәһемле итеп уҙғарыу маҡсатында 11 вожатый йәлеп ителгән. Ойоштороу эшен иңенә йөкмәүселәр араһында студенттар ҙа, йәш уҡытыусылар ҙа бар. Шул арала яныбыҙға йыйылып киткән вожатыйҙар менән әңгәмәбеҙҙе дауам итәбеҙ.

– Быйыл өсөнсө тапҡыр килдем, – ти БДУ-ның Сибай институтында белем алыусы Йылайыр ауылы ҡыҙы Гөлзифа Искәндәрова. – Ыңғай яҡтары күп. Беренсенән, аҙмы-күпме аҡса эшләү мөмкинлеге бар, икенсенән, педагог-психолог һөнәрен үҙләштергәнгә күрә, практик йәһәттән файҙаһы ҙур.
Былтыр ғына Яңы Бәрҙәш мәктәбендә хеҙмәт юлын башлаған Рүзилә Иҫәнбаеваға художество етәксеһе эшен ышанып тапшырғандар. Йәш белгестең бурысы саралар­ға сценарийҙар яҙыу, ял итеүселәрҙе йыр-бейеүгә өйрәтеү, стена гәзитен сығарыуҙы үҙ эсенә ала.

БДУ студенты Нурзилә Шаһиғә­лина тәүге тапҡыр килеүенә ҡарамаҫтан, тәжрибә туплаған тиҫтерҙәренән ҡалышмай.
– Эшебеҙ яуаплы, күңелһеҙләнеп ултырырға бөтөнләй ваҡытыбыҙ юҡ, – ти ул.

Ысынлап та, күңелле бала саҡ илендә һәр көн бер исем аҫтында үтә. Гиннестың рекордтар көнөндә ял итеүселәр “Иң оҙон сәс”, “Иң матур күҙ” кеүек бихисап номинацияла билдәләнгән. Бизнес көнөндә балалар үҙҙәренең эше аша аҡса табыу сере менән бүлешкән. Берәүҙәр – матурлыҡ салоны, икенселәр массаж кабинеты “асып” ебәргән. Саралар уйын-көлкөгә генә ҡорола, тип уйлай күрмәгеҙ. Уларҙың һәр береһенең нигеҙендә заманға яраҡлашыу, илһөйәрлек тәрбиәләү, тыуған ер тарихына ҡарата иғтибарҙы арттырыу, сәләмәт тормош алып барыу идеяһы ята. Илһөйәрлек көнөндә Һынташ ауылындағы обелискыға сәскәләр һалыу, Бөйөк Ватан һуғышы темаһына викторина уҙғарыу, Туристар көнөндә Яманташ мәмерйәһенә сәйәхәт ойоштороу ҙа быларға асыҡ дәлил.
“Дуҫлыҡ” лагерында талантлы, әүҙем, уҡыуҙа һәм спортта һынатмаған балалар күп. Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында белем алыу­сы Ҡашҡар ауылы егете Әғләм Юлгилдин Башҡортостан кимәлендәге ҡурай конкурстарында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән. Быйыл ғына Октябрьский ҡалаһында уҙғарылған Ҡурай байрамында һәм Әҙеһәм Исҡужин исемендәге конкурста 1-се урын яулаған.

– Бында дүртенсе тапҡыр ял итәм. Вожатыйҙарҙың яҡшы мөғәмәләлә булыуы, ҡыҙыҡлы уйындар үткәреүҙәре оҡшай, – ти ул.
Ошо уҡ ауылдан килгән Гөлназ Ҡоҙашева бындағы һәр сараның уртаһында ҡайнап ҡына ҡалмай, моңло итеп йырлай ҙа.
– “Дуҫлыҡ”ҡа йыл һайын теләп киләм. Тәбиғәте, шулай уҡ йылдан-йыл күбәйә барған дуҫтарым да үҙҙәренә тарта, – ти йәш йырсы.
Балалар – киләсәгебеҙ, тибеҙ. Ә уның өмөтлө булыуын теләһәк, үҫеп килеүсе быуындың аң кимәлен үҫтереү, илһөйәрлек рухы нигеҙендә тәрбиәләү, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуҙы тәүге урынға ҡуйырға тейешбеҙ ҙә инде. Хәйер, ял һәм һауыҡтырыу лагерҙарының ошо маҡсаттан сығып эш итеүе күңелгә йылылыҡ өҫтәй.

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН.
Йылайыр районы.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…