RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ауылды йәмләй мәктәп

23.05.2014 Ауылды йәмләй мәктәп

Йәшел генә сана, зыңғыр дуға
Ектерһәнә, Фатимам, тур(ы) атҡа.
Эй-й... Атайсалға ҡайтып торор ҙа
булһам,
Ирешер инем, Фатимам, моратҡа…


Ауылды йәмләй мәктәп– халыҡ йыры «Сибай»ҙы ишетмәгән башҡорт юҡтыр. Ә уның тарихы, баҡтиһәң, Әбйәлил районының Рәх­мәт ауылы ерлегенә бәйле икән! Ләкин йыр хаҡында түгел, ә Рәхмәт мәктәбе тураһында бөгөнгө һүҙ: 1858 йылда Ырымбур генерал-губернаторы фарманы менән Атай­сал ауылы кешеһе Шәйәхмәт Си­баев, 6-сы кантон башлығы итеп тәғәйенләнгәс, Рәхмәт ауылына күсеп килә һәм алты йылдан ауылда рус-башҡорт мәктәбен астыра (айырым бина төҙөргә форсаттары булмағас, Яхъя Үтәбаевтың, башҡа кешеләрҙең йорто файҙаланыла). Ҡап-ҡара ғына башҡорт малайҙарын һәм ҡыҙҙарын ябай ғына берәй мәзин уҡытҡандыр, тип уйлай­һығыҙҙыр әле. Юҡ, рус теле һәм грам­матикаһы буйынса тәүге бе­лемде рәхмәттәргә Үрге Урал ҡа­лаһынан килгән дворян Рос­тислав Герасимов бирә, ә ислам дине нигеҙҙәрен указлы мулла өйрәтә.

– Колхозлашыу йылдарында иһә, хәлле кешеләрҙән һаналған Вәис Ғаззаловты һөргөнгә һөрөп, уның ҡалай менән ябылған дүрт бүлмәле йортон мәктәп итәләр, ә ике бүлмәле өйөндә балалар өсөн ашхана ойошторалар, – тип һөйләне байрам тантанаһына йыйылған ҡунаҡтарға музей етәксеһе Рәғиҙә Ғир­фанова. – Ғаззаловтың йорт-мәктәбендә ҡыңғырау тауышы 1974 йылға тиклем яңғырап тора.

Иң тәүге совет уҡытыусыларының береһе Ғәбделәүәл Кинжиндың исеме Рәхмәт мәктәбе тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған – ауылға аң-белем нурын таратҡан кешене Ғәбдерәүеф Баһауетдинов, Яхъя Байғәҙәмов, Нәғимә Мөхәм­мәтова, Гөлөстан Ғаззалова һаман­ғаса оло ихтирам менән телгә ала, уның һабаҡтарын әлегәсә онотмай­ҙар.

1946 йылда Рәхмәткә Зәки Хәсәнов атлы егет килеп, хаҡлы ялға сыҡҡансы балаларҙы уҡыта, мәктәп директоры вазифаһын да башҡара. Филология фәндәре докторы Фир­ҙәүес Хисамитдинова, ауыл хужалығы фәндәре докторы Ҡадир Мә­ғәфүров, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Яныбай Арыҫланов, филология фәндәре докторы Рәшиҙә Хисамет­динова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Мәүлиә Сафиул­лина, Башҡортостан Рес­пуб­лика­һының мәғариф отличнигы Фәниә Мансурова, III дәрәжә Хеҙ­мәт даны ордены кавалерҙары Вәдүт Ғир­фанов менән Зәбир Мәсәлимов, Министрҙар Сове­тын­да оҙаҡ йылдар иҡтисадсы булып эшләгән Салауат Баһауетдинов, Почет билдәһе ордены кавалеры Ғәйфулла Шаһимәрҙәнов һәм башҡа дан шәхестәр – тап уның уҡыусылары.

1956 йылдан 1978 йылға тиклем Рәхмәттә башланғыс си­ныф­тарҙы йыр-бейеүгә маһир уҡытыусы Таңсулпан Юнысова уҡыта. Белорет педагогия училищеһын тамамлап ҡайтҡан Байым ауылы ҡыҙы Рәйдә Хәлилова ла өлкән иптәштәренең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, бар йөрәк йылыһын биреп эшләй.
Ауылда балалар һаны артҡандан-артҡас, 1974 йылдың ноябрь айында яңы типтағы башланғыс мәктәп төҙөлә. Дүрт синыфта белем алған ҡырҡ ике бала яҡты уҡыу бүлмәләре, иркен уйын бүлмәһе булған бинаға ҙур ҡыуаныс менән күсә. Уҡытыусылар Рәйдә Мөхәмәт­ҡужина, Таңсулпан Юнысова, Гүзәл Өмөтбаева, Хәснә Муллағәллә­мова, Гөлниса Ишмырҙина, Сәриә Мансурова, шул осорға хас булғанса, мәктәп тормошонда ғына түгел, йәмәғәт эшендә лә ҡайнап йәшәй – бер сара ла уларҙан башҡа үтмәй.

Дүртенсе синыфты тамамлаған уҡыусыларҙың ситтә, ун биш саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Байым урта мәктәбендә, интернатта йәшәп белем алыуы менән һис килешмәй өлкәндәр. Башланғыс мәктәп директоры Рәйдә Мөждәбә ҡыҙы, ауылдаштары Фирҙәүес Хисамит­динова һәм район хакимиәтенең тырышлығы менән, ниһайәт, 1995 йылда Рәхмәттә башланғыс синыфтар уҡыған бинала төп дөйөм белем биреү мәктәбе асыла. Унда 95 уҡыу­сы ике сменала уҡый. Бина бәләкәй булғас, физкультура, хеҙмәт дәрестәре йә урамда, йә ауыл клубында үткәрелә. Ләкин ата-әсәләр, тығыҙ булһа ла, уның ҡарауы, балаларыбыҙ яныбыҙҙа, тип шатлана. Ә 2006 йылдың февраль айында заман талаптарына яуап биргән 132 урынлыҡ ҙур мәктәп файҙаланыуға тапшырыла. Үҙҙәрен бер башҡа үҫкәндәй тойған балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа яңы мәктәптең икенсе ҡатынан иҫке мәктәп бинаһына ҡарап, унда нисек һыйҙыҡ, нисек эшләнек, уҡыныҡ икән, тип әле лә аптырап ҡуя. Яңы мәктәптә рәхмәттәрҙең яңы һулышы асылғандай була. Алты йылда 42 уҡыусы мәктәпте тамамлап, алтыһы юғары уҡыу йорттарында уҡып та сыҡҡан, егерме икеһе университет-институттарҙа уңышлы белем алыуын дауам итә.

– Ошо мәктәпте тамамлаған Әлиә Әхмәҙиева, Зилиә Сабирова, Руфина Мөхәмәтҡужина кеүек уҡыу­сылар – беҙҙең ғорурлығыбыҙ, – ти мәктәп директоры Зөһрә Әхмәҙиева. – Ауылыбыҙ, ғөмүмән, данлы шәхестәргә бай, улар араһында, мәҫәлән, өс Ленин ордены кавалеры Фәрит Мансуров, хеҙмәт алдынғылары Ғимал Ғиниәтул­лин, Яхъя Байғәҙәмов кеүек кешеләр бар. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинова, әлбиттә, айырым ололауға, хөрмәткә лайыҡ. Мәктәп асыуға күп көс һалған ауылдашыбыҙ уҡыу алдынғыларына үҙ стипендияһын да булдырҙы. Был стипендия уҡыусыларға яңы үрҙәргә үрләү өсөн ҙур этәргес көскә эйә. Уҡытыусыларыбыҙ Дилара Хөсәйе­нова, Роза Әхмәҙиева, Фәрзәнә Йәнсәйетова, Венера Хөсәйенова ла абруйлы ғалимә ҡулынан премия алыу бәхетенә иреште. Тыуған ауылының киләсәген ҡайғыртҡан яҡташыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, уның алдында баш эйеп, ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Ул беҙҙең өсөн һәр йәһәттән өлгө, яҡты маяҡ!

Рәхмәт район үҙәгенән алыҫ урынлашһа ла, район хакимиәте өсөн үгәй бала түгел, ауылға иғтибар етерлек бүленә. Мәҫәлән, былтыр мәктәп янында егерме биш урынлыҡ балалар баҡсаһы асылған. Көҙгә ауылға газ инәсәк (әле төҙөлөш эштәре башланған). Мәктәптең асылыуына 150 йыл айҡанлы үткәрелгән тантана ваҡытында Рәх­мәттә мәсет тә асылды. Ошо уңай­ҙан төпкөл ауылға Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Та­жетдин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар килде. Уларҙың барыһы ла рәхмәттәрҙе байрам менән ҡотлап, бер тауыштан ауылға изге теләктәр теләне.

«Айыҡ ауыл» конкурсында еңеүсе ауылдың киләсәге бар. Сөнки, ауыл депутаты Исрафил Йәнсәйетов әйтмешләй, йәштәр күп, балалар бихисап, һәм, иң мөһиме, барыһы ла тырышып йәшәргә, эшләргә, уҡыр­ға ынтылып тора.

Зөлфирә Баһауетдинова, мәктәп директорының тәрбиәүи мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, музыка уҡытыусыһы:
- Былтыр «Бөркөттәр» һәм «Толпар» ансамблдәрен ойоштороп, «Яҙғы тамсылар» конкурсында призлы урындар алдыҡ (яңғыҙ башҡарыусылар араһында Фәнис Үтәбаев өсөнсө урынға сыҡты). Башҡа мәктәптәрҙән айырмалы рәүештә, беҙҙә малайҙар ныҡ әүҙем, айырыуса ун беренсе, һигеҙенсе, етенсе синыфтыҡылар. Йырларға тиһәң – һикереп төшәләр, берәй сара үткәрһәң - һеперелеп киләләр, береһе лә ситтә ҡалмай! Шундай актив балалар менән рәхәтләнеп, йөҙөп эшләргә була. Ҡыҙҙарҙан Айһылыу Яҡупова, Алһыу Ғәйфуллина, Айзилә Үтәбаева йырлай. Киләсәктә мотлаҡ йырсы булмаһалар ҙа, балаларҙа йыр сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләй алһам – бурысымды үтәнем, тигән һүҙ.

Урал Зәйтүнов, физкультура уҡытыусыһы:
- Миңә тиклем Хәсән Хөсәйенов эшләне, ул миңә яҡшы әҙерлекле уҡыусылар ҡалдырҙы. Мәҫәлән, Рифат Әғзәмов менән Илнур Әхмәҙиев еңел атлетика буйынса республика ярыштарында призлы урындар яулай. Унынсы синыф уҡыусыһы Рифат быйыл туғыҙынсы майҙа уҙғарылған 21 километрға марафонда ҡатнашып, беренсе урын яуланы. Магнитогорскиҙан килгән тәжрибәле спортсыларҙың танауына сирткән йүгерек батыр ул! Ләйсән Нәбиуллина иһә президент ярыштарында еңеүсе булып танылды. Бына шундай шәп ҡыҙҙар һәм малайҙар уҡый беҙҙә!

Айбулат Төхвәтуллин, Урал Әхмәҙиев, ун беренсе синыф уҡыусылары, отличниктар:
- Синыфта - ун ике уҡыусы. Нәргизә Ғәйфуллина, Гөлназ Фәйзуллина, Зарема Абдуллина, Денис Хамматов, Айнур Харисов, Вәсилә Исламова, Фәнирә Харисова тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә өлгәшә (ҡалғандарҙың тик берәр «өслө»ләре). Синыф етәксеһе Айгөл Бикҡужинанан уңдыҡ. Ул тарихтан уҡыта, директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары ла. Айгөл Ғаззал ҡыҙы бик оҫта ойоштороусы, яҡшы тәрбиәсе, аҡыллы кәңәшсе. Уның менән беҙ бик күп сараларҙа ҡатнаштыҡ, еңеү яуланыҡ. Форсаттан файҙаланып, бөтөн уҡытыусыларға ла оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, беҙ сығып киткәс тә, мәктәп гөрләп торһон, тип теләйбеҙ!

Арина Юнысова, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе:
- Мин хәҙер өлкәнәйҙем инде, миңә алты йәш, шуға быйыл мәктәпкә барам. Мәктәп ҙур, яҡты, унда балалар күп. Апайым, ағайым кеүек тырышып уҡырмын, аҡыллы, һәйбәт булып үҫермен!










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…