RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Умыртҡа бағанаһы – ул ғүмер ағасы

11.01.2013 Умыртҡа бағанаһы – ул ғүмер ағасы

Умыртҡа бағанаһы –  ул ғүмер ағасы
Медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы табип, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, БДМУ-ның физик тәрбиә, дауалаусы физик культура һәм табиплыҡ контроле кафедраһы доценты Зөбәйер Мусин менән умыртҡа бағанаһының сәләмәтлеге хаҡында һөйләштек.
– ҡытайҙар умыртҡаны, ғүмер ағасы, ти. Ысынлап та, уның торошона дөйөм һаулыҡ тығыҙ бәйләнгән. Умыртҡа эсенән арҡа мейеһе үтә, ул эске ағзалар һәм баш мейеһе менән бәйләнеш булдыра. Умыртҡа бағанаһындағы тайпылыштар кешенең хәленә кире йоғонто яһай. Арҡа мейеһе баш мейеһе һәм ағзалар араһында бәйләнеш булдыра. Умыртҡалағы де­формация арҡаһында ағзалар ме­нән бәйләнеш өҙөлә. Кеше аш­ҡаҙан, эсәклек, бөйөр һ.б. ауыртыуына зарлана, әммә табип унда тайпылыш тапмай. Баҡтиһәң, умыртҡа деформацияһы арҡаһында ҡайһы бер ағзаларҙа ауыртыу тыуа, ялған сигналдар барлыҡҡа килә.

– Сколиоз нимәһе менән хәүефле?
– Сколиоз – ул умыртҡа бағанаһының деформацияһы, йәғни умыртҡа үҙ күсәре тирәһендә әйләнә һәм бер яҡҡа ҡыйшая. Ул бөтә ағзаларға һәм системаларға йоғонто яһай. 3−4-се стадияһында кәүҙә деформацияһы була, күкрәк ситлеге һәм ҡорһаҡ ҡыуышлығының күләме бәләкәйләнә. Ә был эске ағзаларҙың функцияһын сикләй, һөҙөмтәлә хатта ғүмер ҡыҫҡара. Әгәр ҙә умыртҡалағы тайпылышҡа ваҡытында иғтибар бирелмәһә, янбаш һөйәге ҡыйшая, ҡабырғалар көмрәйә. Һөҙөмтәлә эске органдарҙың үҫешеүендә тотҡарлыҡтар булыуы ихтимал. Һуңғараҡ остеохондроз барлыҡҡа килә, тын алыу һәм башҡа эске ағзаларҙың функцияһы боҙола.
Патологияның төп сәбәбе – бәйләүсе мускул аппаратының көсһөҙ булыуы. Бала айырыуса ныҡ үҫкән мәлдә (6−8 һәм 10−12 йәш) даими рәүештә дөрөҫ ултырмаһа, уға артыҡ көс төшһә, был ошондай эҙемтәгә килтерә лә инде. Умыртҡа бағанаһы ни тиклем нығыраҡ ҡыйшайһа, проблема шул тиклем күберәк була. Әйткәндәй, был сир ҡыҙ балаларҙа йышыраҡ осрай.

– Зөбәйер Харисович, сколиозды дауалап буламы?
– ҡағиҙә булараҡ, балаларҙа 1 – 2-се стадиялағы сколиозды дауаларға мөмкин. Ә һуңынан тик оператив юл ғына ярҙам итәсәк. 20 йәштән һуң һөйәктәр үҫеүҙән туҡтай, шул мәлдән инде сколиозды дауалап булмай. Ул саҡта физиотерапия, массаж, дауалаусы физкультура, дөрөҫ көн режимы ярҙамында һаулыҡты контролдә тоторға кәрәк.
– ҡайһы берәүҙәр төрлө экзотик массаж, мануаль терапия менән мауыға...
– Дөрөҫ эшләнмәгән массаждың файҙаһынан зыяны күберәк. Уны тик махсус белеме булған белгестәрҙән генә эшләтегеҙ. Бөгөн мануаль терапия хеҙмәтен тәҡдим иткән салондар күбәйҙе. Минең практикамда, белеме булмаған кеше ҡулынан ошо терапияны үтеп, һуңынан хатта атлай ҙа алмаған пациент булды. Урамдағы әҙәмдәргә ышанмағыҙ.
Биле ауыртҡан кеше яҡындарынан массаж эшләүҙе һорай. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: көслө ауыртыуҙар булғанда массаж эшләргә ярамай. Ул ауыртыу­ҙы тағы ла көсәйтә, өҙлөгөүҙәр тыуҙыра.
– Аяҡ-ҡул быуыны сыҡ­ҡанда, биле биртенгәндә әбейҙәргә барыусылар осрай. Был хаҡта һеҙ нимә уйлайһығыҙ?
– Ауылдарҙа, ысын­­­­лап та, көслө халыҡ дауалаусылары бар. Улар бы­уындан-быуынға тапшырылып килгән им-томдо ҡуллана. Һиҙгер ҡулдары бы­уындарҙың торошон асыҡ билдәләй ала. Әммә ҡайһы бер ос­раҡта ауыртҡан урынды ҡуҙғытмау хә­йерле. Иң алда дауаханаға ба­рыр­ға, диагностика үтергә кәңәш итәм.
– Умыртҡа бағанаһында бүҫер ниҙән барлыҡҡа килә?
– Әгәр ҙә организмға адекват булмаған көс даими рәүештә төшһә, бүҫер барлыҡҡа килеүе ихтимал. Бигерәк тә миҙгелле эштәр ваҡытында хәүеф ҙур. Мәҫәлән, картуф сәскәндә көс һәр ваҡыт кәүҙәнең бер яғына төшә. Умыртҡа һөйәктәре араһында диск бар, ул үҙенә күрә амортизатор ролен үтәй. Ә көс даими рәүештә бер урынға төшһә, диск һығылмалылығын юғалта, һөҙөмтәлә ул ҡыҫыла, уның тирәһендә шеш, йәғни бүҫер барлыҡҡа килә. Нәҡ шул көслө һыҙланыуҙар тыуҙыра.
Шуға күрә спорт менән шөғөлләнгәндә, баҡсала эшләгәндә кәүҙәгә көстө дөрөҫ төшөрөргә кәрәк.
– Ауырлыҡты нисек дөрөҫ күтәрергә?
– Ауыр әйберҙе күтәргәндә йә тө­шөргәндә тәндең бөтә мускулатураһын көсәндерергә кәрәк. Мә­ҫәлән, биҙрә кү­тәргәндә ҡул һәм арҡа мускулын ғына түгел, бөтә тәнегеҙҙе эшкә ҡушығыҙ. Һәр хәрәкәтегеҙ тигеҙ һәм контролдә тотолорға тейеш. Бер ҡасан да ауыр әйберҙе ҡапыл күтәрмәгеҙ, уны кәүҙәнең уң йә һул яғынан йөрөтмәгеҙ. Әйберҙе кәүҙәнең үҙәк өлөшөнә яҡынайтығыҙ, шул уҡ ваҡытта арҡаны тура тотоғоҙ, янбаш һөйәге бер аҙ күтәрелһен.
– “Йәшлек” гәзитен уҡыусыларға ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?
– Әүҙем тормош менән йәшәгеҙ, спортты яратығыҙ. Ултырғанда ла, атлап йөрөгәндә лә буй-һынығыҙға иғтибар бирегеҙ, яурындарығыҙ һәр саҡ яҙылған булһын. Үҙегеҙ өҫтөндә даими эшләгеҙ, гимнастиканан баш тартмағыҙ, йөҙөгөҙ, саңғыла йөрөгөҙ. Тик һәр нәмәлә сама, тәртип булырға тейеш. Ял һәм эш режимын теүәл үтәгеҙ.
– Зөбәйер Харисович, кәңәштәрегеҙ өсөн рәхмәт!










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…