RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һәр сабый бәхете менән тыуһын!

27.07.2012 Һәр сабый бәхете менән тыуһын!

Һәр сабый бәхете менән тыуһын!
Күптән түгел Айнур исемле дуҫымдың ҡыҙы тыуҙы. Йомоғораҡ холоҡло, аҙ һүҙле кешене алмаштырып ҡуйҙылармы ни?! Яңы ғына атай булған кешенең теле телгә йоҡмай: “Бәпестең донъяға килеүен ике йылға яҡын көттөк бит, – ти ул. – Күпме анализдар бирҙек, ул дауаланыуҙар, ул тикшерелеүҙәр, диеталар, береһе лә бушҡа булманы. ҡыҙыбыҙ сәләмәт тыуҙы, ауырлығы өс кило дүрт йөҙ грамм, буйы 54 сантиметр!” Эйе, бәхетле ата, ә унан да нығыраҡ – ҡатыны. Яныңда өҙөлөп торған ире булғанда, һәр гүзәл затҡа тормош йөгө артыҡ һиҙел­мәй­ҙер. һөйөү һәм бер-береңә ихтирам хакимлыҡ иткән ғаиләлә тик бәхетле балалар үҫер, тигән ышаныс­тамын.
Республика перинаталь үҙәгенең акушер-гинекологы, юғары категориялы табибы Әлфирә Камаева дәлилләүенсә, алдан планлаштырып тыуҙырылған сабыйҙың физик һәм психик хәле күпкә яҡшыраҡ була.

– Әлфирә Рәйесовна, бала тыуҙырырға ниәтләгән ата һәм әсә иң алда нимә эшләргә тейеш?
– Баланың сәләмәт тыуыуы акушер-гинекологтың һәләтенә һәм белеменә генә бәйле түгел. Буласаҡ ата-әсәнең быға рухи, матди һәм физик яҡтан әҙер булыуы шарт. Ауырға уҙыу, имен йөклөлөк һәм сәләмәт бала тыуыуы – бик ҡатмарлы һәм мөһим процесс. Төп фактор – ғаиләнең сабый тыуыуына әҙер булыуы. Ир менән ҡатын араһында бер-береһенә ышаныу, хөрмәт булған ваҡытта йөклөлөктө планлаштырырға кәрәк. Ирҙең дә баланың тыуыуына теләге булһын.
Күптәр өсөн баланы планлаштырыу уның енесен билдәләүгә терәлә. Сабыйҙың енесе, имеш, әсәнең ашаған ризығына бәйле; енси акт овуляциянан һуң булһа – малай, алдараҡ икән – ҡыҙ; йә 30 йәште үткән ата-әсәлә – ҡыҙ, йәш парҙарҙа малай тыуа, тигән ышаныстар йәшәй. Ундай миҫалдар бихисап, күптәре бары йылмайта. Сабыйҙың енесе инә күҙәнәккә ир-егет йәки ҡатын-ҡыҙ тибындағы сперматозоид эләгеүгә бәйле. Яһалма аталандырыу мәлендә генә ҡыҙҙы йәки улды “һайларға” мөмкин. Был процедураға медицина ҡыҫылмаһа, кем тыуыуын тәбиғәт үҙе билдәләй.
Балаға уҙмаҫ элек ҡатын-ҡыҙҙар – гинекологҡа, ирҙәр андрологҡа күренергә тейеш. Енси юл менән таралған инфекцияларға анализ бирергә кәрәк. Әгәр ҙә сир табылһа, шундуҡ дауалау башланасаҡ. Буласаҡ әсәгә гормональ фонға һәм ҡандың ойошоу кимәленә анализ бирергә кәрәк. Шул рәүешле яралғы төшөү ҡурҡынысын киҫәтергә мөмкин.
Ауырға ҡалыуҙың яҡынса датаһынан өс ай алда буласаҡ ата ла, әсә лә тәмәке тартыуҙан, алкоголле эсемлектән тыйылырға тейеш. Ошо мәлдән тәүлегенә 400 микрограмм фолий кислотаһын ҡуллана башларға мөмкин. Был матдә баланың нервы системаһының дөрөҫ формалашыуына булышлыҡ итә. Витаминға бай, файҙалы ризыҡ ҡулланырға кәрәк. ҡатын-ҡыҙ гимнастика менән шөғөлләнһә, ауырға ҡалғас, үҙен еңелерәк тойор. Боҙола башлаған тештәр булһа, алдан уҡ дауалау хәйерле. Юғиһә, балаға уҙғас, организмға кальций етмәй башлай һәм тештәргә ныҡ зыян килә. Ашҡаҙан-эсәк трактына иғтибар бирергә кәрәк. Шулай уҡ тән ауырлығы контролдә тотолор­ға тейеш. Тән массаһы дефициты йәки артыҡ булыуы арҡаһында йөклөлөк мәлендә проблемалар барлыҡҡа килеүе ихтимал.

– Беренсе баланы нисә йәштә табырға кәрәк?
– 20 – 23 йәш – идеаль мәл. Үкенескә күрә, күптәр был ваҡытта рухи һәм матди яҡтан әҙер булмай. Әммә тәбиғәттең үҙ ҡануны. Ул беҙҙең һорауҙар һәм ихтыяждар менән иҫәпләшмәй. Бала табыуҙы “һуңғараҡ”ҡа (карьера эшләгәс, торлаҡ алғас һ.б.) ҡалдырғандар­ҙың һуңлап та ҡуйыуы ихтимал. 30 йәштән һуң ҡатын-ҡыҙҙың репродуктив системаһы һүлпәнәйә башлай. Ә 35 – 40 йәштә балаға уҙыу хәүефле.
Практикамда 14 йәштә сабый табыусылар ҙа осрай. Был бик иртә, әле формалашып бөтмәгән организмдың сәләмәт сабый табыуы икеле.

– Башҡортостанда ун меңгә яҡын ВИЧ-инфекциялы кеше иҫәп­тә тора. Шуларҙың 65 проценты сирҙе енси юл менән йоҡтор­ған. Бынан тыш, тағы ла ниндәй сирҙәр бар һәм улар репродуктив системаға нисек йоғонто яһай?
– Бөгөнгә енси юл менән тарал­ған 31 сир бар. Шуларҙың ун бишен – бактериялар, унын – вирустар, өсәүһен – бер күҙәнәкле организмдар, икәүһен – эктопаразиттар, тағы ла икәүһен бәшмәктәр тыуҙыра. Енси бәйһеҙлек ир-егетте лә, ҡатын-ҡыҙҙы ла түлһеҙлеккә илтеүе бар. Инфекциялар арҡаһында яралғы төшөүе, сирле йәки ҡарында уҡ үле бала тыуыуы ихтимал.
СПИД, гепатит кеүек ҡурҡыныс сирҙәр ҙә күп осраҡта нәҡ ошо юл менән тарала. ВИЧ-инфекциялы буласаҡ әсә ваҡытында дауалау учреждениеһына мөрәжәғәт итһә, сәләмәт сабый тыуыу мөмкинлеге бар.
ҡайһы берәүҙәр бик оҙаҡ үҙ аллы дауаланып маташа. Интернет селтәренән уҡып, төрлө дарыуҙар ҡабул итәләр, халыҡ медицинаһын да ҡулланалар. Халыҡ шуны аңлаһын ине – интернет кешене дауаламай, ул бары мәғлүмәт бирә. Нимәлер борсой башлаһа, оҙаҡҡа һуҙмай, квалификациялы табипҡа күренергә кәрәк.

– Бөгөн Рәсәйҙә йылына яҡынса 1 200 000 аборт эшләнә. Был – рәсми мәғлүмәт. Ә ысынбарлыҡта иһә был һан 7 – 10 миллионға тиклем барып етә. Ә йылына 1 миллион 700 мең бала донъяға килә.
– Халыҡ араһында “мини һәм медикаментоз аборттың сәләмәтлеккә зыяны юҡ” тигән хата фекер йәшәй. Юҡ, уның эҙемтәһе һәр саҡ була. ҡатын-ҡыҙҙың түлһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы бар. Аборттан һуң бала табыуға йүнәлтелгән процестар көйһөҙләнә, организм көслө стресс кисерә. Беренсе тапҡыр ауырға ҡалған гүзәл заттар был аҙымға бармаһын, киләсәге тураһында уйланһын ине. Бәпес һөйөү бәхетенән бөтөнләй мәхрүм ҡалыуҙары бар бит.
Әгәр ҙә әлегә бала табырға теләмәһәгеҙ, мотлаҡ һаҡланыу сараларын күрегеҙ. Идеаль юл – ҡатын-ҡыҙ махсус препарат ҡабул итә һәм шул уҡ ваҡытта барьер сараһы ҡулланыла.

– ҡатын-ҡыҙҙың түллек биҙенә бер ниндәй ҙә ағыу инә алмай. Тәбиғәт шул рәүешле кешелекте ҡурсаларға тырышҡан. Тик этил спирты ғына ундай һәләткә эйә, ул йомортҡалыҡҡа үтеп, уны зарарлай. Ир-егет организмынан айырмалы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың түллек системаһы бер ҡасан да яңырмай. Шуға күрә хатта ун йыл элек эскән бер бокал шарап арҡаһында зәғиф бала тыуыу хәүефе бар. Спиртлы эсемлектәр әле ауырға ҡалмаған ҡатын-ҡыҙҙың буласаҡ сабыйының һаулығына кире йоғонто яһай ала...
– Һис шикһеҙ, спиртлы эсемлектәр организмға тик зыян килтерә. Һау бала табырға теләүселәр бер ҡасан да алкоголле эсемлеккә үрелмәһен ине. Хәмер ҡулланған ҡатын-ҡыҙҙа тәбиғәттән һалынған әсәлек инстинкты ғына тупаҫланып ҡалмай, уның кешелек сифаттары ла юғала. Эсергә яратыусы ҡатындың балаһы тыумыштан уҡ алкоголик булып тыуа. Никотин да ҡатын-ҡыҙҙың репродуктив системаһына кире йоғонто яһай.
Һыра һаулыҡҡа зыян килтермәй, тигәндәр хаҡлы түгел. Уның арҡаһында организмдың гормональ фоны боҙола. Даими һыра эсеүсе ир-егеттәрҙә ҡатын-ҡыҙ һыҙаттары барлыҡҡа килә. Уларҙың енси системаһында тайпылыштар күҙәтелә.
Бөгөн үҫмерҙәр араһында бик популяр булған алкоголле коктейлдәрҙе һәм энергетик эсемлектәрҙе ҡулланмаҫҡа кәңәш итәм. Наркотиктарҙың ниндәй эҙемтәләргә килтереүе тураһында һәр кемгә яҡшы мәғлүм. Киләсәгенә битараф булмаған кеше бер ҡасан да насар ғәҙәттәр ҡолона әүерелмәҫ.

– Кешелектең киләсәге ҡатын-ҡыҙ һаулығына һәм тәртибенә бәйле. ҡыҙ бала тәрбиәләүсе ата-әсәләргә ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?
– ҡыҙ баланы ҡырҡ урындан тый, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Уларҙы тәртипле, инсафлы итеп үҫтерһендәр ине. Ата-әсәгә тәрбиә эшен дөрөҫ ойоштора белеү мөһим. Дуҫлыҡ, мөхәббәт тураһында аңлатыу, көслө зат вәкиле менән аралашыу тәртибен һөйләү ҡыҙ баланы оло тормошта күп хаталарҙан аралар.
ҡыҙҙарға кәңәшем – тар салбар кеймәгеҙ. Билдән түбәндә урынлашҡан органдар ҡыҫылыу арҡаһында унда ҡан менән тәьмин итеү насарая. Һөҙөмтәлә күрем циклы боҙола, түллек биҙенең функцияһы үҙгәрә. Бигерәк тә студенттар араһында шундай кейемгә өҫтөнлөк биреүселәр күп. Иркен, уңайлы кейем – сәләмәтлек нигеҙе ул.
Һүҙемде тамамлап, шуны әйтке килә, һәр кеше һаулығы хаҡында хәстәрлек күрһен ине. Йөклөлөк һәм бәпес тыуыуы – ғаилә тормошондағы иң ҙур ваҡиға һәм иң ҙур бүләк. Һәр сабый көтөлгән һәм... уңышлы планлаштырылған бул­һын.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…